Главная Обратная связь

Дисциплины:

Архитектура (936)
Биология (6393)
География (744)
История (25)
Компьютеры (1497)
Кулинария (2184)
Культура (3938)
Литература (5778)
Математика (5918)
Медицина (9278)
Механика (2776)
Образование (13883)
Политика (26404)
Правоведение (321)
Психология (56518)
Религия (1833)
Социология (23400)
Спорт (2350)
Строительство (17942)
Технология (5741)
Транспорт (14634)
Физика (1043)
Философия (440)
Финансы (17336)
Химия (4931)
Экология (6055)
Экономика (9200)
Электроника (7621)






Лексикография. Башҡорт телендә һүҙлектәрҙең төрҙәре



Лексикография тип берәй телдең һүҙҙәрен туплау, системаға килтереүҙе, һүҙлектәр төҙөүҙе атайҙар. Телдәге һүҙлектәр өс төркөмгә бүленә: энциклопедик һүҙлектәр, белешмә һәм лингвистик һүҙлектәр. Энциклопедик һәм белешмә һүҙлектәрҙә предмет, күренеш, ваҡиғаларҙың асылы тураһында фәнни төшөнсә бирелә. Дөйөм энциклопедик һүҙлектәр һәм фән тармаҡтарына арналған һүҙлектәр була. Тулы энциклопедик һүҙлеккә, мәҫәлән, “Ҙур совет энциклопедияһы” (55 томда) ҡарай. Бынан тыш медицина, фәлсәфә, әҙәбиәт һ.б. күп фән өлкәләре буйынсаэнциклопедик һүҙлектәр бар. Уларҙа ошо өлкәләргә ҡараған терминдарға аңлатмалар бирелә, фән өлкәһендә эшләгән ғалимдар һәм уларҙың хеҙмәттәре тураһында мәғлүмәттәр килтерелә.

Лингвистик һүҙлектәрҙә һүҙҙәргә аңлатма бирелә. Лингвистик һүҙлектәр төҙөлөштәре һәм маҡсаттары буйынса бер нисә төркөмгә бүленә:

а) Тәржемә һүҙлектәр бер телдәге һүҙҙәрҙе икенсе бер телгә тәржемә итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бындай һүҙлектәргә ,мәҫ, 1958 йылда барҫылып сыҡҡан һәм 22 меңдән артыҡ һүҙҙе эсенә алған “Башҡортса-русса һүҙлек”, 1964 йылда сығарылған һәм 46мең һүҙҙе үҙ эсенә алған “Русса-башортса һүҙлек” ҡарай.



б) Орфография һүҙлектәре һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын сағылдыра. Мәҫ,, Ҡ.З.Әхмәров 1952й. Сыҡҡан “Башҡорт теленең орфография һүҙлеге.

в) Диалектологик һүҙлектәр ерле һөйләштәрҙеңиһүҙлек байлығын сағылдыра: диалект һүҙҙәренә аңлатма бирелә, ҡайһы төбәккә ҡулланылыуы күрһәтелә. 1967, 1970, 1987й. 3 томдағы башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге.

г) ономастик һүҙлектәр телдәрҙә булған ер-һыу атамаларынын, кеше исемдәрен һәм башҡа яңғыҙлыҡ исемдәрҙе сағылдыра. Мәҫ., Т.Кусимованың “Башҡорт исемдәре” тигән китабын, 1980 йылда сығарылған “Башҡорт АССР-ның топонимдар һүҙлеге.



д) Аңлатмалы һүҙлектәр телдә булған һүҙҙәрҙе тулы рәүештә сағылдырырға ынтыла.Уларҙа мәғәнә нескәлектәре асыла, уларҙың телмәрҙә ҡулланылышы миҫалдарҙа күрһәтелә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башҡорт теленең ике томлыҡ аңлатмалы һүҙлеге баҫылып сыҡты.

е) этимологик һүҙлектәрҙә һүҙҙәрҙең килеп сығышы һәм мәғәнәһендә булған үҙгәрештәр сағылдырыла.

ж) синонимдар – синонимдар сағылыш ала, миҫалдарҙа күрһәтелә.1966, 1985й. ЗҒ.Ураҡсмндың “Башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге.

з) омонидар һүҙлеге. 1966, 1985й. М.Х.Әхтәмов “Башҡорт теленең омонимдар һүҙлеге.

и) антонимдар 1973, 1987, й.М.Х.Әхтәмовтың “Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге”.

к) Грамматик һүҙлектәр үҙҙәре бер нисә төрә була, уларҙа һүҙ тамырҙары, төрлө грамматик күрһәткестәр, миҫалдарҙа күрһәтелә.. 1992й. М.Х.Әхтәмов“ Башҡорт теленең морфемалар һүҙлеге”.

л) Айырым яҙыусыларҙың һүҙлеге. .Айырым яҙыусыларҙың бөтә ижадына йәки айырым әҫәренә ҡараған һүҙҙәр индерелә. Д.Юлтыйҙың “Ҡан романының һүҙлеген З.Ә. Сиражетдинов төҙөнөнө..

Телде байытыуҙа, уның төрлө сараларын, мөмкинселектәрен билдәләүҙә әһәмиәте ҙур.

 

16. Морфология. Уның өйрәнеү объекты. Һүҙ төркөмдәре, уларҙың семантик һәм грамматик билдәләре.Морфология грекса “морфэ” (форма) һәм “логос” (Фән) тигән һүҙҙәрҙән яһалған. Ул һүҙ төркәмдәрен, һүҙҙәрҙең төрлө үҙгәрешен һәм ялғау менән һүҙьяһалыш юлдарын, ысулдарын өйрәнә. Морфология, һүҙҙәрҙең үҙгәреү юлдарын өйрәнгәнгә, синтаксис менән бик яҡын мөнәсәбәттә тора, сөнки һүҙҙең төрлө формаға эйә булыуы һөйләм эсендә, башҡа һүҙҙәр менән бәйләнешкә ингәндә генә мөмкин. Башҡорт телендә үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркәмдщәре бар. Үҙ аллыларға исем, сифат, һан, алмаш, Ҡылым, рәүеш инә. Ярҙамсыларға: бәйләүес, теркәүес, киҫәксә инә. Был ике төркөмдән тыш, айырым урын алып тороусы һүҙҙәр бар. Уларға модаль һүҙҙәр, ымлыҡтар һәм оҡшатыу һүҙҙәре инә. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәренең үҙенсәлеге шунда: уларҙа һүҙҙәр контекста ла, һөйләмдән тыш та айырым бер мәғәнәгә эйә булалар, үҙгәртеүсе, һүҙ яһаусы ялғауҙар ҡабул итмәйҙәр, телмәр эсендә билдәле бер һөйләм киҫәге булып киләләр.Ярҙамсы һүҙ төркөмдәрентәшкил итеүсе һүҙҙәр айырым мәғәнә бирмәйҙәр, үҙҙәренә төрлө-төрлө ялғауҙар ҙа ҡабул итә алмайҙар, үҙ аллы һүҙ менән килеү арҡаһында һөйләм киҫәге составында булалар. Уларҙың төп бурысы һүҙҙәрҙе бер-береһенә бәйләү, төрлө грамматик мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыуҙан тора. Ымлыҡтар менән оҡшатыу һүҙҙәре үҙ-ара яҡын торалар; икеһенең дә предметты атау һәләтлектәре юҡ. Әммә уларҙың һәр икеһен айырым һүҙ төркөмө итеп айырыу мөмкинлеге шунда: беренсенән, ымлыҡтар хис-тойғоно, оҡшатыу һүҙҙәре төрлө тауыштарҙы, һындарҙы сағылдыралар; икенсенән, ымлыҡтар һөйләмдә башҡа һүҙҙәргә бәйләнмәй, оҡшатыу һүҙҙәре һәр саҡ тип әйтерлек ҡылымға бәйләнеп килә. Башҡорт телендә 12 һүҙ төркөмө бар.

 

17. Исем. Исемдәрҙең яһалышы. Ялғауҙарҙың тарихи үҫеше.Предмет, кеше, күренеш, төшөнсәләрҙең атамаһын аңлатҡан һүҙ төркөмө исем тип атала.

Ул кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? Һорауҙарына яуап ҡайтара. Исемдәр иорфологик яҡтан һан, эйәлек заты, хәбәрлек һәм килеш менән үҙгәрә. Мәҫ, китап – китаптар, китаптың, китабым, китаптарым, китабыбыҙ, китаптарыбыҙ, төҙөүсемен, төҙөүсеһең, төҙөүсебеҙ, төҙөүсеһегеҙ. Синтаксик яҡтан исемдәр һөйләмдең эйәһе лә, хәбәре лә, эйәрсән киҫәктәре лә булып килә ала.

Яһалышы: Яһалышы яғынан исемдәр 4 төргә бүленә:

1) Тамыр иседәр - Тик тамырҙан ғына торған исемдәр. Мәҫ., ер, һыу, һауа, яҙ, көҙ, икмәк.

2) Яһалма исемдәр – яһаусы ялғауҙар ҡушып яһалған исемдәр. Мәҫ., эш-эшсе, юл-юлдаш.

3) Ҡушма исемдәр – ике йәки бер нисә һүҙҙән ҡушылып, бер предметлыҡ төшөнсәһен аңлатҡан исемдәр, Мәҫ., ашъяулыҡ, Ҡариҙел, ҡарағош, көнсығыш, педучилище, халыҡ депутаты.

4)парлы исемдәр – мәғәнәле яғынан бер-береһенә яҡын булған һәм һәр ваҡыт икеһе йәнәш ҡулланылған исемдәр. Улар һыҙыҡса аша яҙыла – ер-һыу, сәй-шәкәр, аҙыҡ-түлек, әбей-һәбей.

А)Исем яһаусы ялғауҙар һәр ваҡыт ҡушылып яҙыла – тыныслыҡ, осоусы

Б) һүҙҙең тамырына о, ө һуҙынҡы өндәре урын алһа, һүҙ яһаусы ялғауҙарҙа о,ө хәрефтәре яҙыла – болон-болонлоҡ, төҙө-төҙөлөш.

В) һүҙҙең тамыры л,м, н, ң, өндәренә бөтһә исем яһаусы ялғауҙар –даш, -дәш формаһында килә - ауыл – ауылдаш, район – райондаш

 

19. Исемдәрҙең эйәлек һәм хәбәрлек категориялары, уларҙың семантик һәм грамматик билдәләре.Исемдәрҙең эйәлек категорияһы теге йәки был предметтың ҡайһы бер затҡа йәки предметҡа ҡарағанлығын аңлата. Мәҫ., дәфтәрем – минең дәфтәр, дәфтәребеҙ – беҙҙең дәфтәр, был дәфәр минеке, ағайымдың хаты.. Теге йәки был әйберҙең ҡайһы затҡа йәки предметҡаҡарағанлығы төрлө юлдар менән белдерелә: а) исемдәргә эйәлек заты ялғауҙары ҡушылыу юлы менән, мәҫ., дәфтәрем-дәфтәрҙәрем, дәфтәрең-дәфтәрҙәрең, дәфтәре-дәфтәрҙәре, дәфтәрҙәребеҙ-дәфтәрҙәрегеҙ.

Б) исемдәр алдында минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарын ҡуйыу менән: минеңдәфтәрем, һинең дәфтәрең.....

В) исемдәрҙең алдына фәҡәт минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарын ҡуйыу менән: минең дәфтәр, минең дәфтәрҙәр, һинең дәфтәр, дәфтәрҙәр....

Г) Исемләрҙең аҙағына минеке, һинеке, уныҡы, беҙҙеке, һеҙҙеке, уларҙыҡы алмаштарын ҡуйыу менән: дәфтәр минеке, китап һинеке......

Һөйләмдә хәбәр булып килгән исемдәргә ҡылымдарҙың зат ялғауҙары ҡушылыу исемдәрҙең хәбәрлек категорияһы тип атала. Мәҫ., уҡытыусымын, уҡытыусыһың, уҡытыусы. Хәбәрлектең юҡлыҡ формаһы түгел һүҙе менән яһала, хәбәрлек ялғауҙаы ошо һүҙгә ҡушыла. Мәҫ., уҡыусы түгелмен, уҡыусы түгелһең, уҡыусы түгелбеҙ, уҡыусы түгелһеҙ. Исемдәрҙең хәбәрлек категорияһы ялғауҙары сығанаҡ һәм урын-ваҡыт килештәрҙәге исемдәргә лә ҡушыла: Мин Нуриман районынанмын. Һин Стәрлетамаҡтанһың.

 

20. Сифат. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифаттарҙың яһалышы. Сифат дәрәжәләре. Сифаттарҙың башҡа һүҙ төркөмдәренә күсеүе (конверсия).Предметтың билдәһен аңлатҡан һүҙҙәр сифат тип атала. Сифаттар ниндәй? Нитөҫлө, ҡайһы? Ҡасанғы? Ҡайҙағы? Нимәләге? Кемдәге? Һорауҙарына яуап бирә. Сифаттар һөйләм эсендә исемдәргә бәйләнеп, һөйләмдең аныҡлаусыһы булып йөрөй.Ҡайһы бер осраҡта хәбәр булып та килә. (Кис тә зәңгәр, Ағиҙел дә зәңгәр ине). Сифаттар исемурынында ҡулланылғанда, һөйләмдә эйә лә, хәбәр ҙә, аныҡлаусы ла, тултырыусы ла була алалар. (Сабырлы сыҙар. Һеҙ йәшһегеҙ әле. Йүнһеҙҙе табаҡҡа төрһәң....)

Сифаттар, лексик һәм грамматик әһәмиәттәренә ҡарап, икегә - төп һәм шартлы сифаттарға бүленә. Төп сифаттар үҙ алдына предметтың билдәһен аңлата. Мәҫ., һары, һалҡын, оло, кесе. Улар дәрәжә менән үҙгәрә, рәүеш функцияһын да үтәй һәм һөйләмдә хәбәр булып та килә ала: Һап-һары япраҡ. Бөгөн һалҡыныраҡ. Шартлы сифаттар үҙҙәренә аңлашылған билдә предметына башҡа предметтың мөнәсәбәтен белдерә: ваҡытты, урынды, йәки материалды күрһәткән билдәләрҙе аңлата: ҡышҡы юл, болондағы һуҡмаҡ, йөн күлдәк. Шартлы сифаттар дәрәжә менән үҙгәрмәй.

Бер үк билдәне аңлатҡан төп сифаттарҙың төрлө дәрәжәһе була. Улар дүртәү: а) Төп дәрәжә предметтың тулы билдәһен белдерә, уға ялғауҙар ҡушылмай, сифат үҙенең төп формаһында ҡала: ҡоро, эре, ҡыҙыл, йәш, оҙон. Б) Сағыштырыу – бер предметты икенсеһе менән бер үк сифатта сағыштыра һәм шул сифаттың бер предметҡа күберәк булыуын белдерә -раҡ, рәк, ыраҡ, ерәк, ораҡ, өрәк ялғауҙары ҡуныла. В) Артыҡлыҡ дәрәжәһе предметта бер билдәнең тулы дәрәжәлегенән артыҡ булыуын белдерә: ҡоп-ҡоро, йәм-йәшел; үтә ҡыҙыл, бигерәк йәш, иң матур; ҡороноң-ҡороһо, яҡшынан-яҡшы. Г)Аҙһытыу дәрәжәһе предметта бер билдәнең тулы дәрәжәлегенән аҙыраҡ икәнен белдерә: йәшкелт, аҡһыл, әскелтем, ҡоро ғына, йәш кенә.

Яһалышы яғынан сифаттар аңлатҡан мәғәнәләренә ҡарап, өс төргә бүленә: а) Тамыр сифаттар – ҙур, зәңгәр; б) Яһалма сифаттар – эшле кеше, , көҙгө урман. в) ҡушма сифаттар үҙе өс төркөмгә бүленә: а) парлы сифаттар – һарылы-аҡлы, аҡлы –ҡаралы; б) бәйле сифаттар – асыҡ һары, ҡуйы ҡыҙыл; в) ҡабатлаулы – ҙур-ҙур, ҡатлы-ҡатлы.

Сифаттарҙың ҡайһы берҙәре,исем урынында йөрөй торғас, бөтөнләйгә исемгә әүерелеп киткән. Мәҫәлән: ҡара ( яҙыу әсбабы), күк (йөҙө), аҡ (һөт, ҡатыҡ), һары (сир). Исегә әүерелгән сифаттар, исем кеүек үк, һан, килеш, эйәлек заты менән үҙгәрә: оҫта- оҫталар, оҫтаның, оҫтаға, оҫтаны, оҫтала, оҫтанан, оҫтабыҙ.

Исемдең һан һәм килеш категорияһы, уларҙың төп үҙенсәлектәре. Килеш формаларының грамматик мәғәнәләре, һөйләмдәге роле.

Исемдәр берлектә һәм күплектә ҡулланыла. Бер генә предмет, хәл-ваҡиға, процестың атамаһын белдергән исемдәр берлек исем тип атала, Мәҫ., өй, йорт, кеше, бала, мәктәп. Бер төрлө күп предмет, хәл-ваҡмға прцестарҙың атамаһын аңлатҡан исемдәр күплек исем тип йөрөтөлә: өйҙәр, йорттар, балалар. Исемдәрҙең күплек категорияһының ике төрлө формаһы бар: а) бер төрлө, предмет, хәл ваҡиға, процестарҙың атамаларын белдереп килеүсе индивидуаль күплек формаһы: китап-китаптар, ат-аттар. Б) Ижтимағи һәм шәхси тормошта бергә эшләү, йәшәү, ижад яғынан төркөмләүҙе белдергән коллекти күплек формаһы: Александр Невскийҙар, Суворовтар. в) исемдәр, берлектә килһә лә, күплек мәғәнәһен һәм исемдәр, күплектә килһә лә, берлек мәғәнәһен аңлатырға мөмкин: Ағиҙелкәйҙәрҙе...Әсәйем һыйыр һауа...г) кеше исемдәре һөйләмдә тиң киҫәктәр булып килһә, коллектив күплек формаһында күплек ялдғауы иң һуңғы һүҙгә ҡушыла: Асия,Зилә....актив ҡатнашалар.

Һөйләмдә исемдәрҙең бүтән һүҙҙәргә төрлө ялғауҙар менән бәйләнеүе килеш менән үҙгәреш тип атала. Башҡорт телендә алты килеш бар. Шулай ҙа төшөм килеш 2 төрлө була: а) билдәле төшөм килеш: хатты яҙҙым. Б) билдәһеҙ төшөм килеш – бер ниндәй ҙә ялғау ҡабул итмәй: хат яҙҙым. Мәғәнәләре яғынан килештәр ике төргә бүленә:

А) пространство мөнәсәбәтен белдереүсе: төбәү, урын-ваҡыт, сығанаҡ килештәр – сығанаҡ пунктын, һуңғы пунктын, эш-хәрәкәттең урынын йәки ваҡытын белдерә.

Б) грамматик мөнәсәбәттәрҙе аңлатыусы: төп, эйәлек, төшөм килештәр.- предметлыҡ мәғәнәһен аңлата.

Төп килеш - эш-хәрәкәттең эйәһе кем йәки нимә булыуын аңлата – эйә вазифаһын үтәй.(кем? Нимә?) Эйәлек килеш – теге йәки был предметҡа икенсе бер предметтың йәки кешенең эйә булыуын аңлата – аныҡлаусы булып йөрөй.(Кемдең? Нимәнең)

Төбәү килеш – берәй кешегә йәки предметҡа төбөлеүен, йә урынға йүнәлеүен аңлата – тултырыусы, хәл булып килә.(Кемгә?нимәгә? ҡайҙа? )

Төшөм килеш – һөйләмдә ҡылым аңлатҡан эш-хәрәкәттең бер предметҡа төшөүен белдерә - тултырыусы.(кемде? Нимәне?)

Урын-ваҡыт килеш – ҡылымдан аңлашылған эш-хәрәкәттең урынын, ваҡытын белдерә - ваҡыт хәле, урын хәле, хәбәр ролен башҡара. (Кемдә? нимәлә? Ҡайҙа?

Сығанаҡ килеш – эш-хәрәкәттең юашланып киткән урынын йәки бөтөндән айырылған өлөштө, киҫәкте аңлата. – тултырыусы, хәл вазифаһын үтәй. (кемдән? Нимәнән? Ҡайҙан?)

 

21. Һан, уның морфологик билдәләре, синтаксик функциялары. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. Кешеләрҙең, предметтарҙың иҫәбен, һаналыу тәртибен белдергән һүҙ төркөмө һан тип атала. Ул нисә? Күпме? Нисәнсе? Нисәшәр? Күпмешәр? Һорауына яуап бирә.Улар исем алдында ҡулланыла, аныҡлаусы ролен башҡара. Яһалышы яғынан һандар: ябай һәм ҡушма булалар. Ябай – бер генә һүҙҙән тора: бер, ике, ун, егерме, йөҙ, мең, миллион, миллиард...Ҡушма – бер нисә һүҙҙән торған андар: йөҙ ҙә алты....

Аңлатҡан мәғәнәләренә ҡарап, һандар түбәндәге төркөмсәләргә бүленә: а) төп һандар нисә? Күпме? Һорауҙарына яуап биргән һандар: бер, алты, туғыҙ.... Морфологик яҡтан махсус ялғауҙары юҡ. Үҙ аллы ҡулланылһа өйләмдең эйәһе лә, хәбәре лә, эйәрсән киҫәктәре булып та килә ала (Туҡһандан ҡырҡты алһаң илле ҡала). б) Рәт һандары – һаналыу тәртибен белдерә - нисәнсе: беренсе, йөҙөнсө. Аныҡлаусы ролен башҡара. Исемләшһә төрлө вазифа үтәй ала.(Беренселәр); в) бүлем һандары –тигеҙ өлөштәргә бүленеүен белдерә - нисәшәр? Күпмешәр? : етешәр, туҡһанышар. Исем алдынан килһә, аныҡлаусы ролен башҡара(икешәр йөк), әгәр ҡылымды асыҡлаһа, улар дәрәжә-күләм хәле ролен башҡара.(икешәрләп-өсәрләп алып китәләр); г) Сама һандары – предметтың иҫәбен яҡынса белдерә - нисәләп? күпмеләп? : унлап, ете-һигеҙ, йөҙҙәрсә, йөҙләгән..Сама һандары исемдәргә, һандарға күплек ялғауы ҡушыу юлы менән белдерелә.(Егерме көндәр үткәндер). Ярҙамсы исемдәргә күплек ялғауы ҡушыу менән (Апрель баштарында). Тирәһе, самаһы һүҙҙәре исемдәргә, һпндарға эйәреп сама идеяһын белдерә.(ун ете йәштәр тирәһе). д) Йыйыу һандары –предметтарҙы бергә төркөмләп, йыйып әйтеүҙе аңлата – нисәү? – берәү, икәү, алтау.. е) Кәсер һандары – бөтөн, тулы булмаған өлөштәренең иҫәбен белдерә.(Бүлмәнең өстән ике өлөшө). Бөтөн, өлөш, ярты, ярым сирек һүҙҙәрен актив ҡулланалар. Ж) үлсәү һандары – предметтарҙың ҙурлығы, күләме яғынан үлсәүен белдерә (етеле лампы, йөҙлө лампочка).

Һан, исемдәр менән бергә килеп, иҫәп мәғәнәһен аңлатҡан һүҙҙәр нумератив һүҙҙәр тип атала: ағас, йотом, ус, бөртөк, грамм, килограмм, тонна...

Ҡушма һан эсенә ингән һәр бер һан айырым яҙыла; әгәр һан һүҙ менән белдерелһә, бөтә төр ялғауҙар ҡушып яҙыла; ике һан йәнәшә килеп яһалған сама һандары араһында һыҙыҡса ҡуйыла (ете-һигеҙ, илле-алтмыш); предметтың һаналыу ваҡытын, сиктәрен күрһәткән һандар араһына һыҙыҡ ҡуйыла (1941-1945); цифр менән белдерелгән һандарҙан аҙаҡ бөтә төр ялғауҙар һыҙыҡса аша яҙыла (6-ларҙа); сама һандары араһына һыҙыҡ ҡуйыла (6-7-ләгән уҡытыусы); даталарҙан һуң бер ниндәй ҙә ялғау яҙылмай; Рим цифрҙарына аҙаҡ бер ниндәй ҙә ялғау яҙылмай; уҡыу йылдарын аңлатҡан һандар ҡыя һыҙыҡ аша яҙыла (1993/94).

 

22. Алмаш. Алмаштарҙың үҙ аллы һүҙ төркөмдәренә мөнәсәбәте, уларҙың мәғәнәһе, синтаксик функциялары. Алмаш төркөмсәләре.Исем, сифат, һан һәм башҡа һүҙ төркөмдәре урынында ҡулланылған һүҙҙәр алмаш тип атала. Алмаштар ниндәй һүҙ төркөмө урынында ҡулланылһа, шул һүҙ төркөмөнөң һорауына яуап булып килә. Алмаштарҙың мәғәнәләре дөйөм, уларҙың даими төшөнсәләре юҡ. Шуға күрә бер һөйләмдә ҡулланылған алмаш икенсе бер һөйләмдә башҡа исемде йәки бүтән һүҙ төркөмөн алмаштырыуы мөмкин.

Алмаштар, белдергән мәғәнәләренә ҡарап, бер нисә төркөмсәгә бүленә: 1. Зат алмаштары: мин, һин, ул, беҙ, һеҙ, улар. 2. Күрһәтеү алмаштары: а) был, теге, шул, ошо, ул, бынау, анау; б) бындай, тегендәй, шундай, ошондай, ундай – сифат урынында ҡулланыла; в) былай, тегеләй, шулай, ошолай, улай, шунса – рәүеш урынында ҡулланыла. Ул – зат алмашы ла, күрһәтеү алмашы ла булып йөрөй. 3. Һорау алмаштары: кем, нимә, ни, ҡайһылай, нисә, нисәнсе, нисәшәр, нисәләп, нисек, ҡайҙа, ниндәй, күпме, ҡасан, ни эшләү, ни Эшләй. 4. Билдәләү алмаштары: а) һәр, үҙ, һәр кем, һәр бер. б) бөтә - бөтәһе, барлыҡ – барлығы, һәммә - һәммәһе – һан урынында ҡулланыла. 5. Билдәһеҙлек алмаштары: әллә кем, әллә нәмә, әллә нисек, әллә ҡасан, кемдер, нисектер, теләһә нәмә, теләһә ҡасан һ.б. 6. Юҡлыҡ алмаштары: һис кем, һис нимә, һис ниндәй, һис нисек, бер ҙә, бер нәмә лә, бер кем дә, бер ни. 7.Эйәлек алмаштары: а) минең, һинең, уның; беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың; б) минеке, һинеке, уныҡы; беҙҙеке, һеҙҙеке, уларҙыҡы;.

 

 

23. Ҡылым. Ҡылымдарҙың зат, һан һәм заман категориялары.Ҡылым кешеләрҙең, предметтарҙың эш-хәрәкәтен, хәл-торошон аңлата. Башҡа һүҙ төркөмдәренән айырмалы рәүештә, ҡылымдар үҙҙәренең формалары менән күп яҡлы морфологик категориялары менән айырыла: күсемлелек-күсемһеҙлек, һөйкәлеш, заман, зат йүнәлеш, күләм һәм модаллек категориялары тик ҡылымдарға ғына хас специфик категориялар булып тора. Шулай уҡ юҡлыҡ категорияһы ла үҙенсәлекле юл менән белдерелә.

Процестың һөйләшеүҙә ҡатнашыыусыларға мөнәсәбәтен белдереүҙе зат категорияһы тип йөрөтәләр. Зат процестың һөйләүсегә (1-се зат), һөйләүҙә ҡатнашыусыға (2-се зат), йәки һөйләшеүҙә ҡатнашмаусы бер затҡа йә предметҡа (3-сө зат) ҡарағанлығын аңлаталар. Зат категорияһы айырым аффикстар менән белдерелә. Мәҫ., Мин һөйләй-ем, һин һөйләй-һең. Ҡылымдарҙың зат категорияһы туранан-тура һан категорияһы менән бәйләнгән. Һан категорияһыпроцестың бер генә затҡа (предметҡа) йәки бер нисә затҡа (предметҡа) мөнәсәбәтен белдерә. Ошонан сығып, зат менән үҙгәреүсе ҡылымдар берлек һәм күплек формаларында тора алалар: мин яҙам – беҙ яҙабыҙ. Зат һәм һан категориялары бер үк аффикстар менән белдерәләләр. Был аффикстар грамматик функция башҡаралар, йәғни ҡылымдарҙың һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәр составындағы башҡа һүҙҙәргә булған синтаксик мөнөсәбәәттәрен күрһәтеп йөрөйҙәр. Башҡорт телендә зат һәм һан аффикстары ҡайһы һөйкәлеш һәм заман формалары менән ҡулланыуҙарына ҡарап дүрт төрҙә килә алалар. Уларҙың беренсе төрө хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге, киләсәк һәм -ған аффикслы үткән заман формаларына, шулай уҡ ниәт-маҡсат һөйкәлешенең -маҡсы, -мәксе формаларына ҡушылып ййөрөйҙәр: -мын, -мен, -мон, -м – быҙ, -беҙ, -боҙ, -бөҙ; һың,-һең, -һығыҙ, -һегеҙ; --, -лар, ләр, тар, тәр... Зат һәм һан аффикстарының икенсе төрө хәбәр һөйкәлешенең үткән заман формаларына һәм шарт һөйкәлешенә ялғанып йөрөй: -м; -ҡ, к; -ң, -ғыҙ, -геҙ; ---, -лар, -ләр.... Өсөнсө төрө бойороҡ һәм теләк-өндәү һөйкәлештәре ҡылымдарына ҡушылып килә: -айым, -әйем, -йом, -йөм; -айыҡ, -әйек; ----, -ғыҙ, -егеҙ, -ғоҙ, -өгөҙ; -һын, -һен, -һон, -һөн, -һындар, -һендәр.... Дүртенсе төрө теләк-өндәү һөйкәлешенең –ғы, -ге һәм –аһы, -әһе аффикслы формаларына ҡушылып йөрөй, был төр аффикстар исемдәрҙең эйәлек категорияһы аффикстарына тап килә :-м, -быҙ, -беҙ..., -ң, -ғыҙ, -геҙ..., -һы, -һе, -һо, -һө, -лары, -ләре. Зат һәм һан аффикстары, үҙҙәренең төп мәғәнәләренән тыш, телмәрҙә төрлө стилистик функциялар ҙа башҡарып йөрөй алалар. Заман категорияһыпроцестың ваҡытҡа мөнәсәбәтен белдерә. Ҡылымдың заман формалары эш, хәл-торош, хәрәкәттең объектив ваҡыттың билдәле бер һөйләү моментында башҡарылыуына ҡарап билдәләнә. Үткән заман һөйләү моментына тиклем эш-хәрәкәтте, хәҙерге заман һөйләү моментында барған эш-хәлдәрҙе һәм киләсәк заман һөйләү моментынан һуң буласаҡ эш-хәлдәрҙе белдерә.

 

 

24. Хәбәр һөйкәлеше. Уның төп грамматик мәғәнәһе. Хәбәр һөйкәлешенең заман формалары.Хәбәр һөйкәлеше ул эш-хәрәкәтте, процесты аңлата, хәбәр һөйкәлеше зат менән үҙгәрә: мин уҡыйым, һин уҡыйһың, ул уҡый, беҙ уҡыйбыҙ, һеҙ уҡыйһығыҙ, улар уҡыйҙар. Хәбәр һөйкәлеше заман менән үҙгәрә. Үткән заман хәбәр һөйкәлеше һөйләү, һөйләшеү мәленә тиклем булған, башҡарылған эш-хәрәкәт, процесты белдерә. Шаһитлы (Барҙы, килде) һәм шаһитһыҙ (уҡыған, килгән) формаһы бар. Хәҙерге заман һөйләү, һөйләшеү мәлендә булып торған, башҡарылыусы йәки оҙайлы, дауамлы эш-хәрәкәтте, процесты аңлата (бара, килә, йөрөй). Киләсәк заман хәбәр һөйкәлеше һөйләү, һөйләшеү моментынан һуң буласаҡ, башҡарыласаҡ эш-хәрәкәтте, процесты белдерә. Билдәле (барасаҡ, киләсәк) һәм билдәһеҙ (барыр, килер) формаһы бар. Киләсәк замандың билдәле киләсәк юҡлыҡ формаһы – бармаясаҡ, килмәйәсәк, билдәһеҙ юҡлыҡ формаһы – бармаҫ, уҡымаҫ, килмәҫ. Әгәр хәбәр вазифаһын үтәүсе киләсәк заман хәбәр һөйкәлеше “ине” ярҙамлыҡ ҡылымы менән ҡулланылһа, ул үткән заманды аңлата ( Ҡышҡа етерлек итеп ҡорот әҙерләр...)

 

 

25. Ҡылымдың бойороҡ һәм шарт һөйкәлештәре, уларҙың мәғәнә үҙенсәлектәре, формалары, синтаксик функциялары

Бойороҡ һөйкәлеше – берәй эш-хәрәкәтте башҡарырға йәки башҡармаҫҡа ҡушыуҙы, бойороуҙы аңлата. Ғәҙәттәге һәм ихтирам формалары бар. Ғәҙәттәге бойороҡ һөйк. II һәм III зат берлектә һәм күплектә була: бар – барығыҙ, бырһын – барһын(дар); I зат теләкте белдерә. Төрлө мәғәнә белдерә: 2)Ҡәтғи бойороҡ: Ҡарағыҙ уны, … ятып ҡалмаһын; 3)Йомшаҡ бой., үтенес: Тыңла әле, һөйләсәле; 4)Саҡырыу, өндәү: Тыныслыҡ мәңге йәшәһен! 5)Теләк (ине, инде): яуһын ине; 6)Ҡәһәрләү: Ҡаҙалып ҡына китһен! 7) Өгөт-нәсихәт, кәңәш:Асыу һаҡлама, намыҫ һаҡла; 8)Рөхсәт итеү: инһен, йөрөһөн әйҙә.

Ихтирам формаһы: нигеҙ ҡылым+ -ың, -һана: барың, барһана.

Аналитик формаһы: барырға яҙһын,барһа барһын, бара бирһен, бараһы булма һ.б.

Шарт һөйкәлеше – берәй эш-хәрәкәттең башҡарылыуы өсөн 2се эш-хәрәкәттең шарт булыуын аңлата. Мәғәнә яғынан: 1)реаль: саҡырһалар, барам, 2)ирреаль:ҡаннаттарым булһа, барыр инем. Заман формалары башҡа ҡылым формалары менән бәйләнеш аша күрһәтелә: барһаң, килә; барһаң, килер ине; барһаң, килер.


Просмотров 2358

Эта страница нарушает авторские права

allrefrs.ru - 2020 год. Все права принадлежат их авторам!