Главная Обратная связь

Дисциплины:

Архитектура (936)
Биология (6393)
География (744)
История (25)
Компьютеры (1497)
Кулинария (2184)
Культура (3938)
Литература (5778)
Математика (5918)
Медицина (9278)
Механика (2776)
Образование (13883)
Политика (26404)
Правоведение (321)
Психология (56518)
Религия (1833)
Социология (23400)
Спорт (2350)
Строительство (17942)
Технология (5741)
Транспорт (14634)
Физика (1043)
Философия (440)
Финансы (17336)
Химия (4931)
Экология (6055)
Экономика (9200)
Электроника (7621)






Башҡорт теленең орфоэпияһы һәм уның орфографияға бәйләнеше



Н һәм хәреф. Башҡорт телендә тартынҡы өндәр системаһы (консонантизм). Тартынҡы өндәрҙең классификацияһы. Тартынҡы өндәрҙең комбинаторлы үҙгәрештәре (ассимиляция, диссимиляция, метатеза, диэреза, сиратлашыу).

5 Башҡорт телендә 29 тартынҡы өн бар б, п, в, ф, г, ғ, ҙ,ҡ,ң,ҫ,һ,д,т, к,с, ш,й, м, н, л, р,v, ж, з, ц,ч, щ,х,[ `](замма).Тартынҡы өндәр 3 төргә бүленә:1)артикуляция рәүеше. Улар шартлаулы, ҡуш, ышҡыулы,танау, тел эргәһе, ҡалтыраулыға бүленә.Шартлаулы өндәр б, п, д, т,к, ҡ, г,ғ,[`], ышҡыулы в, ф, ҫ,ҙ,з, с, ж, ш, щ, х,һ, й,v;танау м, н, ң һәм тел эргәһе л;ҡуш ц, ч, т;ҡалтыраулы, р.2) артикуляция урыны 3 төргә бүленә:ирен, тел, тамаҡ.Иренб, п, в, ф,б,м,v.пассив формалары ике ирен v,б, п, м,ирен-теш в,ф. тел тартынҡылары 3 төргә тел алды д, т, з, с, ҫ,ҙ,ж,ц, ч, щ, л, н, р, тел уртаһы й, к, г, тел арты ғ,ҡ, х,ң.фонемаларына бүленә.тел тартынҡылары ике төркөмгә теш һәм аңҡауға бүленә.Теш тартынҡылары д, т, з, с, ң,н,л, теш араһы ҫ,ҙ.Аңҡау тартынҡылары:алғы аңҡау ж, ш, щ, р; урта аңҡау й, к, г, артҡы аңҡау ғ, ҡ, х, ң.Тамаҡ тартынҡыһына һ.3) Тауыш һәм шау ҡатнашлығы.Шаулы Т б, п, в, ф, г, ғ, ҙ,ҡ,ҫ,һ,д,т, к,с, ш,ж, з, ц,ч, щ,х,[ `](замма),талғынТ й, м, н, л, р,ң,v.Яңғырау һәм һаңғырауға, парлы һәм парһыҙға.бүленә. Ассимиляция- эргәлә торған тартынҡы өндәрҙең артикуляцион һәм акустик яҡтан бер-береһенә оҡшашыуы.Ул 4төргә бүленә Тулы булмаған а- эргәлә торған тартынҡы өндәрҙең бер-береүенә тулы килеш оҡшашмауы, (алты). Тулы А- эргәлә торған тартынҡы өндәрҙең бер-береһенә тулыһынса оҡшашыуы(атты).Прогрессив А- эргәлә торған тартынҡы өндәрҙең алдан артҡа ҡарай йоғонто яһауы арҡаһында килеп сыҡҡан оҡшашлыҡ(алда).Регрессив- эргәлә торған тартынҡы өндәрҙең кирегә йоғонто яһауы арҡаһында килеп сыҡҡан оҡшашлыҡ.Тулы булмаған регрессив А-тартынҡы өн үҙенән алда торған тартынҡы өндө үҙенә акустик һәм артикуляцион урыны буйынса оҡшата.(иртән- иртәңге) тулы регрессив А- тартынҡы өн алда торған тартынҡы өндө тулыһынса үҙенә оҡшата(һөйләп бир- һөйләббир)



Диссимиляция-артикуляция буйынса бер төрлө йәки яҡын өндәрҙең оҡшашмауына, оҡшашлыҡ боҙолоуға әйтәләр.һүҙ яһаусы ялғауҙар.1)исем яһаусы –лыҡ, -лек, лоҡ,лөк (берлек);2)сифат яһаусы –лы, ле, ло,лө, һыҙ, һеҙ(боҙло, боҙһоҙ).3)ҡылым яһаусы-ла, лә(көйлә, шаула)



Метатеза-һүҙҙәрҙәге өндәрҙең урындары алмашмауы.ямғыр- яғмур, мөрйә- мөйрә.

Диэреза-ассимиляция һәм диссимиляция һөҙөмтәһендә һүҙҙең берәй өнө йәки ижеге төшөп ҡалыу.булмаҫ-бумаҫ, булһа- буһа,тултыр-тутыр.

 

 

7.Орфография- һүҙҙәрҙе һ уларҙың өлөштәрен дөрөҫ яҙыу өсөн ҡабул ителгән ҡағиҙәләр системаһы. Орфограффия әҙәби телдең дөрөҫ яҙыу ситемаһын тәшкил итә һ түбәндәге ҡәғиҙәләрҙе үҙ эсенә ала;1) хәрефтәрҙең дөрөҫ яҙылышы. 2.морфемаларҙың (тамыр, аффикстарҙың) яҙ.3.Һүҙҙәрҙең айырым,бергә,дефис һ һыҙыҡ ашаяҙ. 4.ҡушма һ ҡыҫҡартылған һҙҙәрҙең бергә яҙылышы.5.һүҙҙәрҙең баш хәреф менән яҙ.6.һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү.7.һүҙҙәрҙе графиҡ ҡыҫҡартыу. Принциптары.Телдә ҡабул ителгән орфографик ҡағиҙә билдәле бер принциптан сығып төҙөлә. Хәҙерге баш.т орфографияһының төп принцибы булып фонетик принцип һанала(морфологик,тарихи-традицион,график һ дифференцаль) өҫтәлмә принцип булып тора.фонетик пр. Ф пр буйынса һүҙҙәр нисек ишетелә шулай яҙыла. Морфологик пр.Тамыр һүҙҙәр һ уларҙың ялғауҙары,төрлө фонетик шарттарҙа төрлөсә әйтелһә лә,бер генә төрлө яҙыла.Рус.т морфологик пр нигеҙләнгән.Тарихи-традиционпр.Һүҙҙәр бер төрлө әйтелә икенсе төрлө яҙыла. Дифференцаль прӘйтелеше буйынса бер төрлө йәки бер-береһенә яҡын булған ике һүҙәрҙе айырыу өсөн ике төрлө яҙып йөрөтөү.Туған(тел,туғандаш)-тыуған(ил,ауыл).График прСит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең нигеҙ телдәге графикаға һ орфографияға ҡағиҙәләре буйынса яҙылыштарына әйтәләр.

Төп орфографик нормалар.

Морф пр. клуб,флаг,сьезд, завод,гараж,газ һаңғырау тартын ишетелһә лә, б г ж з д хәреф яҙыла.

Ике һүҙҙән торған һ бер мәғәнә аңлатҡан һүҙҙәр бергә яҙыла: ҡыҙылғанат, ҡарағош, аҡтамыр.

Парлы һүҙҙәр һыҙыҡса аша яҙыла;бала-саға, ағай- эне.

Маршрут, рейстар, ике сик араны белдергән һүҙҙәр һыҙыҡса аша я: Уфа-Екатеренбург.

Тарих. Башҡорт әҙәби теленең орфографияһы тәү башлап Башҡ-н Мәғәриф ХалыҡКомиссарлыҡы эргәһендәгеҒилми мәркәз тарафынан 1923й ғәрәп ғрафикаһына нигеҙләнеп төҙөлә.Унда һуҙынҡы һ тартынҡы өндәрҙе белдереүсе хәрефтәрҙең яҙылышы билдәләнелә. Был орфография башҡорт яҙыуына фоонетик принципты нигеҙ итеп ала. 1928й раҫлана.

Башҡорт алфавиты латин графикаһына күскәндән һуң, 1930й яңы орфография төҙөлә.

Хәҙерге алфавит осоро 1940й башлана.Мәктәптәрҙә уҡыу-уҡытыу һ грамотоға өйрәтеү өсөн РУС графикаһына нигеҙләнгән алфавит индерелә. Баш.теле өсөн өҫтәлмә хәрефтәр алына;Ө Ә Ү Ҫ Ҙ Һ Ң Ҡ Ғ.

 

8. башҡорт телендә һүҙ баҫымы үпкәнән килгән тындың көсөнә бәйләнгән.Шуның өсөн экспираторлы йәки динамик баҫым тип йөрөтәләр.Баш.т. баҫым һүҙҙең аҙаҡҡы ижегенә төшә.Һүҙгә ялғау ҡушҡан һайын баҫым һүҙҙең аҙаҡҡы ялғауына күсә.

Хәбәрлек ялғауҙары менән ҡылымдың зат ялғауҙары баҫымһыҙ була.(риза-мын,уҡый-быҙ,бир-мәнек)

Бер такт эсендәге баҫымһыҙ әйтелгән һүҙ баҫымы һүҙ алдында торһа проклитика тип атала. Башҡорт телендә ҡайһы бер сифаттар,алмаштар, һандар йыш ҡына,үҙенән һуң килгән баҫымлы һүҙгә эйреп, проклитика булып киләләр. Әгәр баҫымһыҙ һүҙҙәр баҫымлы һүҙҙең аҙағынан киләләр икән, ул саҡта бындай һүҙҙәр энклитика тип атала.

Башҡорт теленең орфоэпияһы һәм уның орфографияға бәйләнеше.

Башҡорт орфоэпияһы ҡағиҙәләрҙе хаҡлап дөрөҫ һөйләү,ә орфография яҙыу нормалары.Башҡорт теленең яҙылышы башҡорт йәнле һөйләү теленең әйтелеш принцибенө, йәғни орфоэпик нормаларға ҡоролған.ҡай бер һүҙҙөр нисек ишетелә шулай яҙыла:төлкө, ҡариҙел, ағиҙел, олатай, ҡарағас.һүҙҙәрҙең өйтелешенән сығып уларҙың дөрөҫ яҙылышын билдәләгән саҡта орфография һәр ваҡыт һөйләмдөн һәм телмәр ағышынан айырып ала һәм яңғыҙ бер һүҙҙең һәм уның ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышын ғына билдәләй: ҡоро утын.Әйткән ваҡытта ҡорутын булып ишетелә, сөнки о өнө төшөп ҡала, яҙығанда ҡороутын тип яҙыла. Шулай итеп, дөрөҫ яҙылышын билдәләгәндәһәм законлаштырғанда орфография һәр ваҡыт һүҙҙәрҙең һәм формаларҙың яңғырауынан сығып эш итә һәм билдәле бер система буйынса һүҙҙең айырым әйтелешен дөрөҫ яҙыу өсөн закон итеп нығыта.ярғанат, балғалаҡ.һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын билдәләү өсөн,орфография уларҙың айырым саҡтағы әйтелешен нигеҙ итеп ала, ә орфоэпия дөрөҫ әйтелешен билдәләү өсөн йәнле телмәрҙә айырым һүҙҙәрҙең әйтелешендәге типик үҙгәрештәрҙе лә,бер интонация менән әйтелгән бер нисә һүҙ эсендәге типик үҙгәрештәрҙе лә нигеҙ итеп ала.Шул рәүешлеорфоэпия менән бер һүҙ эсендәге өндәрҙең үҙгәрештәрен ҡарау менән генә сикләнмәй, өндәрҙең үҙгәрешен,һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр эсендә, йәғни телдең динамикаһын да алып өйрәнә.


Просмотров 2709

Эта страница нарушает авторские права

allrefrs.ru - 2020 год. Все права принадлежат их авторам!