Главная Обратная связь

Дисциплины:

Архитектура (936)
Биология (6393)
География (744)
История (25)
Компьютеры (1497)
Кулинария (2184)
Культура (3938)
Литература (5778)
Математика (5918)
Медицина (9278)
Механика (2776)
Образование (13883)
Политика (26404)
Правоведение (321)
Психология (56518)
Религия (1833)
Социология (23400)
Спорт (2350)
Строительство (17942)
Технология (5741)
Транспорт (14634)
Физика (1043)
Философия (440)
Финансы (17336)
Химия (4931)
Экология (6055)
Экономика (9200)
Электроника (7621)






IV. БАШҠОРТ ФАМИЛИЯЛАРЫ НИНДӘЙ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ?



1. Фамилия ялғауы башҡорт теленең ҡанундарына ниндәйҙер кимәлдә яуап бирһен. Мәҫәлән, күп кенә башҡорт исемдәрен "йән" һүҙен ҡушып яһағандар: Ғәлимйән, Шакирйән. Шул формаға эйәреп, фамилия итеп ҡулланыр өсөн яңы исемдәр яһап булыр ине, мәҫәлән: ("Ағиҙел" журналының 2005 йылғы мөхәрририәте буйынса һанап китәм) Әминйән, Байымйән, Бикбаййән, Ишморатйән, Йәнбәкйән, Кәримйән, Күзбәкйән, Ҡоҙаҡаййән, Мусайән, Хөсәйенйән, Шәрипйән, Юлдашбаййән. Рус транскрипцияһында яңғырау түбәндәгесә буласаҡ: Галимъян, Шакиръян, Аминьян, Баимьян, Бикбайян, Ишмуратъян, Янбакъян, Каримъян, Кузбакъян, Кудакайян, Мусаян, Хусаинъян, Шарипъян, Юлдашбайян. Был фамилиялар оҙаҡ та үтмәй боҙолоп яҙылып "ь, ъ" хәрефтәре төшөп ҡаласаҡ һәм башҡорт фамилиялары әрмәндекенә, ә сит илдәрҙә шунда уҡ, латин хәрефе менән яҙғанлыҡтан, әйләнәсәк. Аңлауыбыҙса, "йән" төрөк һүҙе фамилиялар яһағанда әрмәндәр тарафынан "приватизацияланған".

2. Латин хәрефтәре менән яҙылыу мөмкинлегенең мәжбурилеге һәм әһәмиәте мөһим. Ғөмүмән әйткәндә, төрлө телдә һәм шрифта, фамилиялар боҙолоуға ныҡ тотороҡло булһын, мәҫәлән инглиз телендә, ҡытай йә һинд телендә яҙылып йә яңғыраһа ла.



3. Яңғырауыҡлы булһын. Мәҫәлән, башҡорттоң "ура" ораны (был турала Яныбай Хамматовтың бер нәфис әҫәрендә бик дәлилле яҙыла, ҡабатлап тормайым) мең йылдан һуң да шулай яңғыраясаҡ, боҙолмайынса. Яңғырауыҡлы ялғаулы фамилия ла боҙолоуға бирешеп, үҙгәреп бармаясаҡ.

4. Теләһә ниндәй милләт исемен башҡортлаштырып әйтерлек булһын. Сөнки хәҙер башҡорттар урыҫ, кореялыларға, италиян, испандар, американдар, немецтарға һ.б. өйләнәләр һәм кейәүгә сығалар. Әгәрҙә шул сит ил фамилиялары йөрөткән башҡорттар үҙебеҙҙең фамилияға ҡайтабыҙ (шул уҡ ваҡытта булған фамилияһының тамырын һаҡлап ҡалабыҙ) тиһәләр, яңы фамилиялар булдырыу уңайлы булһын. Мәҫәлән: Петробаш, Цойбаш, Челентанобаш (Берлусконибаш), Фердинандбаш, Джонсонбаш, Фишербаш һ.б.



5. Башҡорт милли фамилияларының ялғауы берәү генә булһын. Фамилиялар этимологияһы буйынса Россияға ҡағылышлы хеҙмәттәр бик әҙ. Фундаменталь хеҙмәттәрҙең береһе булып Б.О.Унбегаундың "Рус фамилиялары" (Б.О.Унбегаун, "Русские фамилии", перевод с английского. Под общей редакцией Б.А. Успенского. Москва. "Прогресс". 1989 г. 443 стр.) тигән хеҙмәте тора. Был китапты интернетта табырға була. Б.О.Унбегаун Россияла тыуып үҫкән. Революциянан һуң сит илгә эмиграцияға китә һәм шунда ғалим - филолог булараҡ таныла. Үҙенең китабында Унбегаун бөтә Рәсәй халыҡтарының тиерлек фамилияларының этимологияһын аңлатырға тырышҡан. Беҙҙе ҡыҙыҡһындырған төрки фамилиялар тураһында ул бына нимәләр яҙып ҡалдырған: "Төрки телдәр бигерәк тә консерватив һәм улар араһындағы айырымлыҡтар сағыштырмаса ҙур түгел. Шуның өсөн дә төрки фамилиялар бөтә ерҙә лә бик яҡындар ғына түгел, ә бер иш тип әйтеп була, бигерәк тә руслаштырылған формаларҙа. Исемдәрҙең алдына йәки артына "бек", "нур", "сәит", "ша-.шах", "али", "бай","б", "берды", "хан", "ходжа", "дин", "джан", "кул", "назар", "нияз" ҡуйып яһалған бик әҙ таралған милли фамилиялар ҙа бар. Һәм был фамилияларҙың бөтәһе лә шулай уҡ руслаштырылған". Күреүебеҙсә, төрки фамилияларҙың ялғауҙарының төрлөлөгө бик күп. Был инде хәҙерге заман талаптарына яуап бирмәй. Ә бына, шул уҡ Б.О.Унбегаун әйтеүенсә, монгол, ҡалмыҡ, бүрәт исемдәре бер береһенән айырыла һәм, шулай булғас, фамилиялар ҙа, хатта руслаштырылған варианттарҙа ла, айырылалар. Тағы ла шуны өҫтәмәксемен, милли фамилияларҙың кәрәклеге кеше ситтә булған да беленә бигерәк тә. Унбегаундың эмиграция ла фамилиялар тураһында яҙыуы буштан түгелдер.

Ялғау берәү генә булһа уны күберәк халыҡтар һәм кешеләр беләсәк һәм таныясаҡ, хатта Ер шары масштабында. Ул ваҡытта милләттәштәрҙе эҙләүе лә, табыуы ла еңелгә төшәсәк. Ябай ғына арифметик иҫәпләү үткәрәйек. Фамилия ялғауы ике хәрефтән генә торһон, ти. Башҡорт алфавитында 42 хәреф, шуларҙың икәүһен, - "Ь һәм Ъ" баштан уҡ алып ташлайбыҙ. 40 хәрефтән килеп сыға: - 40*40=1600 комбинация, шуларҙың күбеһе АА, ББ, БВ, ҢҢ, ШШ, ЯЯ һымаҡ "брак" ялғауҙар. Ҡалған комбинацияларҙан нимәнелер аңлатҡан: "УЛ", "ЯН" - башҡортса әйткәндә - "ЙӘН", "АТ"-исем, йорт малы" комбинациялары тороп ҡала. "УЛ" һәм "ЯН" ялғауҙары ҡаҙаҡтар һәм әрмәндәр менән официаль рәүештә үҙләштерелгән, "АТ" ялғауын алырға булыр ине, тик милләт исемендә "ҠОРТ" һүҙе булыуы еткәндер тип уйлайым. "ЛЕ", "ЛЫ" ялғауҙарынан фамилия төҙөп була, мәҫәлән, - ӘминЛЕ, БайымЛЫ, русса АминЛЫ, БаимЛЫ, инглизса AminLE, BaimLY (нисек яңғырағанын тыңлар өсөн Google.ru - ла электрон һүҙлектә һүҙҙәрҙе йыйып яңғыратып ҡарағыҙ, бик уңайлы), тик күп кенә төрки телдәрендә "ЛЕ", "ЛЫ" ялғауҙары хәҙер ҙә ҡулланыла. Төрки телле халыҡтар менән ундай "киҫешеүҙәр" кәрәкмәҫтер тип уйлайым.

Шулай итеп башҡорт фамилияларының ялғауы өс йәки унан да күберәк хәрефтән торорға тейеш. Өс хәрефтән торған киң таралған ялғауҙар: -"ЗАТ", "ЙӘН", "ЙӘР", "ҠОЛ", "БАШ". Әйткәнемсә, "ЗАТ" - азербайжандыҡы,"ЙӘН" - әрмәндеке, "ЙӘР" - төрки халыҡтарының дөйөм һүҙе, "ҠОЛ" - төрки һүҙ, етмәһә тормошта ҡол булып фамилиялы "ҡол" булып йөрөгө килмәй. Күреүегеҙсә, фамилия ялғауы һайлағанда, интернеттағы домендар исемдәре кеүек, ниндәй ил ике хәрефлене алып өлгөрмәгән, уға өс хәрефлеһе ҡала. Башҡорт фамилияһына иң уңайы - "БАШ" буласаҡ. Ни өсөн?

- Башҡорт һәм мосолман телдәрендә "баш" ялғауын һүҙҙең аҙағына ҡушып һүҙҙәр һәм исемдәр (кеше, ауыл, район, ҡала, тау, йылға, вазифа һ.б.) барлыҡҡа килтереү өсөн ҡулланыла, мәҫәлән; Ҡарабаш, Ҡыҙылбаш, Иҙелбаш, Стәрлебаш, Избербаш, Елбаш, Бикбулатбаш, Миәкебаш, Ҡорманайбаш, Ослобаш, Күгәнәкбаш, Ҡашалаҡбаш, Юлбаш, Бүләкбаш, Ҡаранбаш, Урҙайбаш, Иҙәшбаш, Шарбаш, Ниязбаш, Кәкребаш, Нәсибаш, Аҡтанышбаш, Торонбаш, Йөҙбаш, Меңбаш, Төмәнбаш, Төрөкмәнбаш;

- Яңғырауыҡлы ялғау, тимәк боҙолмайынса оҙаҡ хеҙмәт итер. Боҙолған осраҡта ла ялғауҙың тамыры - "баш" үҙгәреүһеҙ ҡаласаҡ. Мәҫәлән, билдәле драматург Кәбир Мөхәммәтшәрип улы Аҡбашевтың фамилияһы элек Аҡбаш ҡына булғандыр тип уйлайым;

- Башҡорт телендә генә түгел, бөтә телдәрҙә лә бер төрлө яңғырай һәм яҙыла, мәҫәлән, инглизса - "bash" тип;

- Ир менән ҡатынды күп кенә бүтән халыҡтарҙағы кеүек, фамилия буйынса тигеҙләй;

- "Баш" ялғауы ялғауҙың үҙен икенсе милләт менән күпләп үҙләштереүҙән һаҡлаясаҡ, үҙем башҡорт булмағандарҙан тик телепродюсер Андрей Разбашты ишетеп кенә белә инем, интернеттан татар яҙыусыһын Фирдус Дәүбаш (русса Девбаш) http://devbas.ru/ тигән псевдонимлы, (ысын исеме Фирдус Нурислам улы Фәтҡлисламов, 2000-се йылдарҙа сыҡҡан китаптарын ысын исеме менән сығарған) табып алдым;

- Кешеләр менән башҡорт фамилиялары тураһында фекер алышҡанда ҡайһы берәүҙәр “баш” ялғауының сәйер яңғырауын әйтеп үтәләр. Урыҫтар әйткәнсә “дело времени и привычки”. Үткән быуаттың 90-сы йылдарына тиклем беҙ, дөрөҫөн әйткәндә, абхаздарҙың фамилияларын белеү түгел, ул халыҡ тураһында ла бик әҙ белә инек. Мәҫәлән беренсе тапҡыр ишеткән Ардзинба, Багапш фамилиялары бик сәйер яңғырай ине. Ваҡыт үтеү менән был сәйерлектәр артта ҡалды. Ҡайһы берәүҙәр фамилияны боҙоп икенсе “яҡҡа” бороу яғын да әйтте. Быға яуап итеп Хәйбулла районы Вәлит ауылында ишеткән бер бәләкәй генә хәлде һөйләйем. Бер һеңлекәш, - “Кешеләр бынау N әллә алйот инде тиҙәр” – ти. “Нимәнән алып улай тип әйтәләр”, - тейеүемә ошондай яуап ишеттем: - “Һыбай китеп барғанда эттәр абалап сығып өрә башлаһалар, атынан төшөп эттәргә таш ырғыта башлай. Эттәр уғата ныҡлап өрә башлайҙар. Эт булғас өрөргә тейеш бит ул. Эт менән эт булып маташа”, - тип яуап бирҙе. Ҡыҫҡаһы, мәҡәлдә әйтелгәнсә, - “Эт өрөп торор, бүре йөрөп торор”. Мәҫәлән, йәһүдтәрҙе нимә тип кенә әрләмәйҙәр, көлмәйҙәр, улар ыжлап та бирмәй.

- Фамилияның аҙағында "баш" һүҙен был фамилияны йөрөтөүсе үҙе һәм эргәһендәгеләр ошо фамилияны хәҙерге ваҡытта "баш"лап ебәреүселәр булып аңлата алалар. Мәҫәлән, һеҙ үҙегеҙҙең Мусин фамилияһын Мусабаш тип үҙгәртһәгеҙ, үҙегеҙҙең эшегеҙҙе һеҙ, - "Муса исемен үҙгәртеп Мусинды Мусабаш тип мин башлап яҙҙырҙым, шуға фамилиям Муса"баш" тип атала", - тип маҡтана алырһығыҙ;

- Милли фамилия ҡабул итеү ул үҙенә күрә башҡорт халҡына милли ревизия үткәреү ул;

- Был процестың милләтте туплау буйынса әһәмиәте дин ҡабул итеүҙән дә юғарыраҡ булыуы мөмкин;

- Милли фамилия йөрөтөү кешеләрҙе бер нисә быуын үтеү менән милләтенә кире ҡайтыуға килтерәсәк. Мәҫәлән, әгәрҙә Украина көслө, алдынғы илгә әйләнһә, Рәсәйҙәге украиндарҙың үҙҙәрен тулыһынса украин тип һанаясаҡтарына ышанам;

- Милли фамилия ҡабул итеү менән барлыҡҡа килгән ығы-зығы үтер. Әҙерәк яңырған (фамилия булдырыу сәбәпле) тормош ҡанундары буйынса йәшәү дауам итер.

 


Просмотров 337

Эта страница нарушает авторские права

allrefrs.ru - 2020 год. Все права принадлежат их авторам!