Главная Обратная связь Поможем написать вашу работу!

Дисциплины:

Архитектура (936)
Биология (6393)
География (744)
История (25)
Компьютеры (1497)
Кулинария (2184)
Культура (3938)
Литература (5778)
Математика (5918)
Медицина (9278)
Механика (2776)
Образование (13883)
Политика (26404)
Правоведение (321)
Психология (56518)
Религия (1833)
Социология (23400)
Спорт (2350)
Строительство (17942)
Технология (5741)
Транспорт (14634)
Физика (1043)
Философия (440)
Финансы (17336)
Химия (4931)
Экология (6055)
Экономика (9200)
Электроника (7621)






III. БАШҠОРТТАРҘА ҮҘ-АРА ИДЕНТИФИКАЦИЯ



Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем башҡорттар моноэтник формала йәшәгән. Араларында, сит милләт вәкилдәре булмағас, милләт-ара проблемалар ҙа булмаған. Башҡорттар йәшәгән мөхит тик башҡорт мөхите генә булған. Башҡортто бүтән милләт вәкилдәренән айырып таныу кәрәклеге лә булмаған. Сит милләт кешеләренең күпләп күсерелеп ултыртылыуы, ерҙәрҙең әҙәйә барыуы милли мөхитте яйлап ҡыҫа башлаған. Тик башҡорттар ҡалаларҙа бик әҙ йәшәгән, ә башҡорт ауылдарында тик башҡорттар ғына көн иткән. Килмешәктәр үҙҙәренең милли ауылдарын булдырып йәки ҡалаларҙа таралып йәшәгән. Был осраҡтарҙа ла әле башҡорттоң милли мөхитенә, милли булмышына ҡурҡыныс янамаған. Башҡорт телен, милли һыҙаттарҙы ҡулланыу өсөн әлегә тиклем ғаиләнән башҡа ла урын була: колхозда, совхозда, мәктәптә, мәҙәниәттә. Тик килмешәктәрҙең күпләп килтерелеүе, хөкүмәттең башҡорттарҙы, киреһенсә, кәсепкә ситкә ебәреүе, башҡорт теленең яһалма рәүештә сикләнелеүе, - башҡорттоң булмышына ҡурҡыныс янай башлай.

Боронғо башҡорттар өсөн башҡорт донъяһы үҙе бер ҙур, бүтәндәр тарафынан тейелмәҫлек тойолған, айырым торған, донъя булған. Башҡа халыҡтарҙың башҡорттоң эске эшенә ҡыҫылыуҙары мөмкин тип баштарына ла килтермәгәндәр беҙҙең ата - бабалар. Шуға ла һәр бер ырыуҙы айырым идентификациялау ҙур урын алып торған. Һәм ырыу-ара идентификациялау әле лә дауам итә. Быға яһалма импульстар ҙа биргеләп ҡуйыла. Нимә тиһәң дә башҡорттар, ул стадияны үтеп, бер халыҡ булып уҡмашҡан бит инде.



Күҙ алдына килтерегеҙ, бала кеше балалар баҡсаһында төрлө төҫлө ете киҫәк пластилинды бергә иҙеп бер ҙүр киҫәк әүмәләй. Был киҫәк, төҫө буйынса, икенсе балалар әүмәләгән киҫәктәрҙән ныҡ айырылмаясаҡ. Хәҙер уйлап ҡарағыҙ, һуңынан шул киҫәктән баштағы төрлө төҫтәге ете киҫәкте айырып алып буламы? Юҡ, күпме тырышһаң да киҫәктәр бер төҫлө буласаҡ. Баштағы төҫлө варианттар юҡҡа сыҡҡан һәм уларҙы тергеҙеп булмай. Беҙ, башҡорт ырыуҙарын терелтәбеҙ тип тырышһаҡ, яңы ҙур киҫәкте тағы ла етегә бүлеп уны кире элекке төҫтәренә буярға тырышҡан, баланы хәтерләтәбеҙ хәҙерге ваҡытта. Бала кеше нимә эшләргә тейеш үҙенең пластилины бүтәндәрҙеке менән буталмаһын өсөн? Яңы әүмәләгән ҙур пластилин киҫәген матур, сағыу төҫкә буярға тейеш. Ундай ҙур, матур пластилин киҫәген тиҙ генә юғалтып та бармайһың, юғалтһаң табыуы ла еңел! Бының менән нимә әйтергә теләгәнемде аңлағанһығыҙҙыр, бала әүмәләгән ҙур пластилин киҫәге - хәҙерге башҡорт халҡы, пластилиндың сағыу матур төҫө - уның фамилияһы. Һәр пластилин семтеме ҙур пластилин төҫөндә, шуға һәр башҡорт, башҡорт халҡының "төҫөн", - милли фамилияһын йөрөтһөн! Ә бына буталған ырыу-ара бәйләнештәрҙе сисеп шәжәрә ағастары төҙөүебеҙ бик дөрөҫ юл тип уйлайым һәм был ырыуҙарҙы боронғо формаларҙа тергеҙеү менән янамай. Милләтте модернизациялау юлында беҙҙең ретроградтарҙың төп дәлиле - "башҡорттарҙа бер ваҡыт та былай булмаған". Ни эшләп һуң башҡорт халҡы боронғо замандарҙағы һымаҡ мәмерйәләрҙә ут яғып йәшәмәй икән, улар араһында ла шулай уйлаған ретроградтар булғандыр бит? Тимәк ретроградтар еңелгән.





Ҡурҡыныс нимәлә һиҙелә?

- Башҡорт булмағандарҙың хоҡуҡтарын "яҡлап" башҡорт телен уҡытыу әҙәйтелә, региональ компонент юҡҡа сығарыла;

- Ҡатнаш никахтар күбәйә. Мәктәптә өйрәтеүҙәренсә, кеше биосоциаль сифаттарға эйә. Икенсе төрлө әйткәндә, кеше яртылаш хайуан һәм яртылаш юғары аң һәм аҡыл эйәһе. Кеше үрсегәндә хайуан үрсегән кеүек үк үрсей. Хәҙер яһалма рәүештә яңы тоҡом йорт хайуандары сығаралар. Ундай эштәрҙе "заводчик"тар башҡара. Шуныһы ҡыҙыҡ, яңы тоҡом сығарыу ваҡытында инә хайуан планлаштырылмаған ата хайуан менән енси мөнәсәбәткә инһә, ул бракҡа сығарыла. Бына хәҙер, "совет халҡы" яһайбыҙ тип, халыҡтарҙы бутау касафаты генетик рәүештә халыҡтарҙың тыуыуы кәмеү формаһында өҫкә ҡалҡып сыҡты, был турала Л.Н.Гумилев та бер нисә һөйләм менән әйтеп үткән;

- Тәреләндереүҙән ҡасып Башҡортостанға килеп тулған татарҙар үрсеп, көс-хәл йыйып алып, үҙҙәрен кәмһетелгән, бахыр милләт тип күрһәтергә яраталар. Уларҙың оятһыҙлыҡтары, Башҡортостанда татар телен дәүләт теле тип иғлан итеүҙе талаплауға тиклем барып етте;

- Элекке башҡорттар өсөн уның түрәһе лә, күршеләре лә, туғандары - таныштары ла башҡорт булған, килеп тыуған проблемаларҙы хәл иткәндә яһалма тотҡарлыҡтар (бигерәк тә килмешәктәрҙең хоҡуҡтарының "ҡыҫылыуы" мөмкинлеге менән ҡурҡытыу) булмаған;

- Бөтмәҫ баҫып алыу, һуғыштар алып барыу политикаһы арҡаһында мөһаббәт, баһадир кәүҙәле ирҙәр - тоҡом дауам итеүселәрҙең кәмеүе башҡорттарҙа ғына түгел, бүтән милләттәр ҙә лә дауам итә;

- Көсләп төрлө - төрлө милләт вәкилдәре тултырылған ауылдарҙа халыҡтың холоҡ-фигеле боҙола. Бына нимәләр һөйләнеләр Хәйбулла районындағы Н. ауылында (был ауыл 50-се йылдарҙа һәм унан һуң килгән сиҙәм күтәреүселәр менән тулған): эскелек, фәхишәлек, һуғышыу. Эштәр шуға барып етә, кеше мәрхүм була ҡалһа ҡәбер ҡаҙыу түгел, мәрхүмдең өйөнә килеп ҡайғы уртаҡлашыусы булмай;

- Киреһенсә, бер генә милләт йәшәгән ауыл, ҡалаларҙа (башҡорт, татар, урыҫ һ.б.) кешеләр бер - береһе һәм ситтән килеүселәр менән яҡшы мөнәсәбәттә. 1980 йылда производство практикаһында Рыбинск тигән урыҫтар ғына йәшәгән ҡалала булдым. Улар үҙ-ара һәм сит кешегә итәғәтле. Был урындағы милләт өсөн бер милләт кешеләренең дә уларҙың милли мөхитен боҙоуға дәғүә итмәүендә, урындағы милләттең ошо ҡаланың, ауылдың ысын, милли, хужаһы итеп тойоуҙан килә. Ә беҙ, башҡорттар, республикабыҙҙа 30% тирәһе генә тәшкил итәбеҙ. Бына нимәнән алып Рәми Ғарипов - “Тыуған илемдә илемде һағынам”, - тип яҙған;

- Бөтә һанап кителгән янауҙарҙы тикшереп, уларҙың бер-береһенә бәйле икәнен күрербеҙ һәм иң төп сәбәптәр булып география һәм демография тороуын аңларбыҙ, демографик фажиғә - ул халыҡтың борондан йәшәгән ерендә күпселек булыуҙарын юғалта барыуы;

- Күпселекте юғалта бара, сөнки яҡшы тормош эҙләп башҡорттар сит яҡтарға күсә бара. Кемдер әйтер, - ни өсөн ситкә күсәләр, беҙҙең үҙебеҙҙә аҡса эшләп яҡшы тормош яһап булмаймы, ни? - тип;

Бының сәбәптәре төптә ята. Башҡорт үҙенең тормошон ҡасандан бирле төҙөй һуң? Мин иҫ белгәндән бирле ауыл тураһында йырҙар тыңлап, хикәйә, повесть, романдар уҡып, спектакльдәр ҡарап үҫтем. Һәм һаман шул ауылға тешебеҙ-тырнағыбыҙ менән йәбешеп ятабыҙ. Ә ауылда, йөҙәр йылдар дауамында, төп проблема, Айрат Дилмөхәмәтов әйткәнсә, - "мал-бесән". Боронғо олатайҙар, атайҙар шулай йәшәгән, беҙ ҙә тик шулай ғына йәшәргә тейешме?

Һуңғы ваҡытта йәштәр ата-әсәләренең юлдарын ҡабатларға теләп бармай. Күпләп ауылды ташлап ҡалаларға күсәләр, шулай итеп крәҫтиән, ауыл кешеһе булыуҙан туҡтап, ҡала кешеһе була алмай аптырап ҡала. (Ҡалай ҡыҙыҡ һөйләм килеп сыға, - "ҠАЛАла аптырап ҠАЛА"). Һуңғы ваҡыттарҙа бөтә Рәсәйҙә генә эҙләп түгел, донъя гиҙеп кенә үҙеңә оҡшаған һәм аҡсалы эш, шөғөл табырға мөмкин. Тик... гел бер үк мөхиттә, башҡорттар араһында ғына, йәшәп өйрәнгәндәр, әйтеүемсә, аптырап ҡала. Сит ҡалаларҙа ғына түгел, Башҡортостандың үҙенең ҡалаларында башҡортҡа башҡортто табыуы ҡыйын. Беренсенән, беҙ ҡалаларҙа әҙбеҙ, икенсенән бер - беребеҙҙе табып таный алмайбыҙ. Үҙемдән алып әйтәм, башҡортҡа оҡшатып һүҙ ҡушҡан кешеләрем башҡорт булмай, ә урыҫ тип уйлағандар - башҡорт булып сыға. Бер булған хәлде һөйләйем әле, биш йылдар элек Сибай дауаханаһында табип кабинеты алдында сиратта торабыҙ, Бер кавказ кешеһе сиратһыҙ кабинетҡа ынтылды. Мин уны индермәнем, бүтәндәр ҙә мине яҡлап сыҡтылар. Тауышҡа кабинеттан табип сыҡты һәм теге... "кавказлы" менән башҡортса һаулыҡ һорашып, башҡортса һөйләшеп алып киттеләр. Теге "кавказлы" ... башҡорт һәм ошо уҡ кабинетта эшләүсе табип булып сыҡты. "Йомаҡ" шунда уҡ, күҙ алдында, сиселмәһә мин уны танымаҫ инем, бигерәк тә Башҡортостандан ситтә. Ә әрмән, грузин кеүек, - үҙ фамилиялары булған халыҡтар менән булған ситуацияларҙы алайыҡ. Әрмән Бадалян йәки грузин Георгадзеның Башҡортостандың берәй мөйөшөнә килеп эш башлауы була, уларҙы милләттәштәре фамилия буйынса табып ойоша алалар, сөнки әрмән Бадаляндың фамилияһы - "мин әрмән", ә Георгадзенең фамилияһы - "мин грузин" тип ҡысҡырып тора. Ә башҡорт башҡортто нисек табырға тейеш? Беҙ төрки фамилия ишетеп, элекке кеүек , "был башҡорт" тип ышаныс менән әйтә алмайбыҙ. Әйтеүемсә, мин Сибайҙың Сибайында, осраған сағында, башҡортто тиҙ генә таный алмайым, быны башҡорттоң биш антропологик типтан тороуынан да киләлер . Бала саҡта, икенсе быуында ҡала кешеһе булғанда, минең тиҫтерҙәрҙең дә ата - әсәһе яңыраҡ ауылдан күсеп килгәс, башҡорт телен яҡшы беләләр ине. Башҡортса өндәшһәң, улар менән башҡортса һөйләшеп, башҡорт икәнен танырға була ине. Ә хәҙер... Бына бер аҙна элек магазинда һатыусы, башҡорт ҡатыны, менән булған диалог:

- Һеҙҙә икмәк бармы?

- Да есть.

- Миңә ике буханка бирегеҙ әле.

- Один, да?

- (Бармаҡ менән күрһәтеп), - икене, - тейем.

- Тағы ла, - егерме йомортҡа бирегеҙ.

- Йомортҡа, - это яйца?

- Эйе.

- А сколько надо, десять?

- Юҡ, егерме кәрәк?

- А это сколько будет?

- Ә һеҙ шуны ла белмәйһегеҙме?

- Меня этому не учили.

- Был бит ябай ғына һан.

- Я не националистка, как вы, - тип һүҙҙәрен тамамлап ҡуйҙы.

- Улай булғас Һеҙ белгән икмәкте алам, ә йомортҡаны икенсе урындан алырға тура киләсәк, - тип йомортҡаны эргәһендә торған мәрйә һатыусынан алып, теге "не националистканың" ауыҙын тупайттырып киттем. Был хатынды милләт өсөн юғалғандыр тип тә әйтеп булалыр, ә бына уның башҡорт фамилияһы булһа, фамилияһы ғына булһа ла уны милләте менән бәйләп торор ине.

Мин, шулай итеп, Сибайҙа башҡортто нисек табырға тейеш бер үк фамилиялы татар, ҡаҙаҡ, үзбәк һәм үҙ телен белмәгән башҡорттар араһында?

Ике меңенсе йылдар башында Татарстан менән Башҡортостан етәкселеге бер ҡубып алғайны, "беҙгә милләтһеҙ паспорттар кәрәкмәй", - тип. Миңә шул ваҡыттарҙа күңелле булып китә торғайны, - сөнки паспорттағы милләт дәүләт эшенә егелгәндә, сәйәси эштәрҙә кәрәк. Ә көндәлек тормошта нисек башҡортто танырға? Бына яңыраҡ Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттарының фамилиялары билдәле булды. Араларында төрки фамилиялар ҙа бар, тик уларҙың ҡайһыныһы башҡорт? Ә бына Поцупян тигәндең кем икәне һорауһыҙ ҙа билдәле. Шулай итеп бөтә әрмәндәр ҙә уға ағыласаҡ инде: - уҡытыу, яңыраҡ рөхсәт ителгән үҙҙәренең аппостол сиркәүҙәрен тиҙерәк һәм осһоҙораҡ итеп төҙөүҙе хәстәрләп, - ауыртмаған башҡа тимер таяҡ. Башҡорттарҙың милли фамилиялары булмауы. - БЫУАТТАР БУЙЫ ЙӘШӘП КИЛГӘН ДИСКРИМИНАЦИЯ. Ни эшләп был проблема ошоғаса хәл ителмәй килгән? Мин үҙем, хәлемдөн килгәнсә, был турала 1991 йылдың 1 се ғинурында "Йәшлек", һәм 1992 йылдың 25 ғинарында "Башҡортостан" гәзиттәрендә яҙып сыҡтым.

Мин уйлағайным, оло йәштәгеләр, консерватив быуын булараҡ, ҡаршы, сығыр тип. Аллаға шөкөр, улай булманы. Тик ике генә автор, шулар иҫәбенән йәш ЖУРНАЛИСТ Илдар Аҡъюлов, ҡаршы сыҡты. Ул кемдең сәйәси заказын үтәгәндер, минең өсөн әлегәсә ҡараңғы. Түбәндә икенсе хаттан өҙөк килтерәм:

"Асыҡ трибуна
Юҡ-бар менән булышҡансы
"Йәшлек" гәзите биттәрендә сыҡҡан мәҡәләләр ("Атың кем, затың кем, башҡорт?", "Исемеңдә милләт тамғаһы", "Күптән күтәреләһе мәсьәлә!", "Йәшлек", 6.02.99, 18.02.99, 30.03.99) һәм башҡа төрлө сәбәптәр ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте.

Өс автор ҙа, минеңсә, юҡ-бар менән булыша. Әлеге заманда ваҡытында эш хаҡы, пенсия, балаларға пособие түләү, йәштәргә эш урындары булдырыу, кем эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләй уларға кредит бүлеү, фермерҙарға хәкүмәт тарафынан ярҙам күрһәтеү кеүек мәсьәләләр хәл ителергә тейеш. Тормошто үҙгәртерлек эш һәм закондар тураһында яҙырға кәрәк. Әйтәйек, башҡорт фамилияларына "зат" тип ялғау ҡуштыҡ, ти, нимә үҙгәрә һуң? Шулайзат, Былайзат тип күкрәк һуғып йөрөргә ҡаламы? Бының өсөн аҡса түккәнсе, исмаһам, берәй ауылға юл һалып ҡалдырыу хәйерлерәк. Бына "Йәшлек"тә миңә үткән һуғыш тураһында хәтирәләр рубрикалары оҡшамай. Уның урынына Президент Мортаза Рәхимовтың эшмәкәрлеге тураһында һәм Закондар сығарыу Палатаһы ниндәй закондар сығарып ятыуы хаҡында белһәк, һәйбәт булыр ине. Әтеү, һайлағанда һайлайбыҙ ҙа, улар нимә эшләй - белгән дә, ишеткән дә юҡ... .


М.ШАҠМАН.

Архангель районы."

Журналистың позицияһын тәнҡитләп бәләкәй генә мәҡәлә яҙҙым. Ә М.Шаҡмандың псевдонимын сит ерҙәрҙә уҡыһалар (уның ситтә оҙаҡлап йөрөгәне, йәшәгәне булдымы икән, юҡтыр, ундай проблема менән осрашҡанға оҡшамаған?) йәһүд тип ҡабул итерҙәр ине тип йылмайҙым да, бигерәк ныҡ "туҡмап" ҡуйыуым бар тип, тәнҡитләмәнем. Сөнки мәҡәләһенең икенсе өлөшөндә күтәрелгән проблемалар менән мин дә риза инем.

Ҡалған фекерҙәр ыңғай ҡарашта булды, һәм конкрет тәҡдимдәр, һорауҙар рәүешендә ине. Мәҫәлән, әгәр ҙә "зат" тигән ялғау менән булһа фамилиялар, ҡатын кешегә килешмәйәсәк. Уныһы менән тулыһынса ризалашамын. Һәм был ялғау азербайжандар һәм фарсилар тарафынан борондан уҡ "приватизацияланған" тип өҫтәр инем. Бик күп тәҡдимдәр башҡорт топономикаһын ҡулланыу буйынса ине. Мәҫәлән "Баймаҡлы", "Бөрйәнле" һәм башҡалар. Бында нимә әйтергә була? Беренсенән, башҡорт фамилиялары былай ҙа оҙон һәм ҡатмарлы. Мәҫәлән, Солтангәрәев (был әле иң оҙон фамилия түгел), Солтангәрәй-Баймаҡлы буласаҡ. Икенсенән, бындай осраҡта башҡорт фамилиялары күбәйәсәк. Кемдер халыҡҡа билдәһеҙ ауылының исемен фамилия итеп алһа, уны һәм уның буласаҡ тоҡомдарын, дөрөҫөн әйткәндә, ауылдаштары һәм райондаштары ғына таныясаҡ. Ә Башҡортостандан ситтә, киләсәктә Рәсәйҙән дә ситтә, тыуған башҡорттарҙың күбеһе Башҡортостан географияһын белмәй, тик уларҙа әле милли тойғо ниндәйҙер кимәлдә һаҡлана. Улар яңы әтмәлләнгән бик күп башҡорт фамилияларын таныуҙарына мин ныҡ шикләнәм.

Өҫтә яҙылғандарҙан шундай һорау килеп сыға, - башҡорт фамилиялары ниндәй талаптарға яуап бирергә һәм формаһы буйынса нисек булырға тейеш?

 


Просмотров 267

Эта страница нарушает авторские права




allrefrs.ru - 2021 год. Все права принадлежат их авторам!