Главная Обратная связь

Дисциплины:

Архитектура (936)
Биология (6393)
География (744)
История (25)
Компьютеры (1497)
Кулинария (2184)
Культура (3938)
Литература (5778)
Математика (5918)
Медицина (9278)
Механика (2776)
Образование (13883)
Политика (26404)
Правоведение (321)
Психология (56518)
Религия (1833)
Социология (23400)
Спорт (2350)
Строительство (17942)
Технология (5741)
Транспорт (14634)
Физика (1043)
Философия (440)
Финансы (17336)
Химия (4931)
Экология (6055)
Экономика (9200)
Электроника (7621)






I. НИҢӘ КӘРӘК МИЛЛИ ФАМИЛИЯЛАР?



Башҡорт!

Бер ваҡытта ла онотма, Америка ҡаҙанында ҡайнап бер-береһен йотоп, йотолоп, юғалып американдар милләтен барлыҡҡа килтергән милләт вәкилдәренең бөтәһенең дә (элеке ҡолдар - Африка негрҙарына тиклем) ситтә (Европала, Азияла, Африкала) үҙҙәренең сәскә атыусы милли дәүләттәре йәки халыҡтары бар. Рәсәйҙе икенсе Америкаға әүерелдерегә уйлайҙар икән, беҙҙең Башҡортостандан башҡа илебеҙ, һәм тыуған ерендә йәшәгән халҡыбыҙҙан башҡа "запас" халҡыбыҙ юҡ!!! Милләттәрҙе юҡҡа сығарырға йүнәлтелгән һәм йөҙәр йылдар ҡанға батырыу юлына хәтлем төшөп алға һөрөлгән мәкерле, хәйләле идеологияларға алданмайыҡ һәм ҡурҡмайыҡ!

 

Quot;БАШ"ЛАНА БАШЛАЙЫҠ, БАШҠОРТТАР!

 

I. НИҢӘ КӘРӘК МИЛЛИ ФАМИЛИЯЛАР?

Башҡорттоң быға тиклемге уңыш - ҡаҙаныштары "цемент" менән нығытылмаған. Улар сәйәси ситуация әҙерәк кенә үҙгәреү менән емерелергә тора. Шул емерелгән ерен "еүеш ҡом" һылап йүнәтәбеҙ ҙә, ҡайҙа, ҡасан яңынан емерелә башлар икән, тип көтәбеҙ. Һәр халыҡтың тарихының цементы, тарихтағы эҙе булып, милли фамилиялар тора. Фамилиялар кешеләр һәм халыҡтар донъяһында, актерҙар кеүек, төрлө ролдәрҙе башҡара. Тик ролдәрҙең төрлөһө була: төп роль, икенсе план роле, статист-фигурант роле. Фамилия милләттең булмышында төп ролде уйнай: - яңы тыуған балаға милләт исемен атаһынан йәки әсәһенән (әсәһенең фамилияһы бирелгәндә) автоматик рәүештә күсереү. Быны милләттең исемен "йоҡтороусы" үҙенсәлекле социаль ген, йәки милли тамға тип атар инем.



Нимә ул халыҡтың билдәлелеге, даны? Халыҡ ниндәйҙер мифик нәмә түгел. Һәр халыҡ конкрет кешеләрҙән, шәхестәрҙән тора. Шәхес үҙенең эштәре менән фамилияһын, ә фамилия милләтте данлай. Фамилия ниндәй милләт өсөн әтмәлләнгән, дан да шул милләткә эләгә. Шуға дәлил - билдәле Советтар Союзы Геройы Александр Матросов исеме йөрөткәндә һәм Шакирйән Мәхәмәтйәновҡа "әйләнгәс" уның милли идентификацияһы үҙгәреүе. Шул уҡ ваҡытта, алдан әйтеп үтке килә, "Мөхәмәтйәнов" фамилияһы хәҙерге заман милли фамилияларға ҡуйған талаптарға тулыһынса яуап бирмәй.



Бер фамилия аталғас, тағы ла миҫалдар килтереүҙе дауам итәйем:

- Бөтә донъяға билдәле болероның исем-шәрифе ошолай яҙыла: Нуреев Рудольф Хаметович. Уның әсәһе татар, атаһы башҡорт. Үҙенең автобиографияһында Нуреев http://mynureyev.narod.ru/1.htm ул турала ап-асыҡ итеп яҙа. Бөйөк болеро башҡорттар тураһында йылы һүҙҙәр яҙып ҡалдырған:

"Һуғыш башланыуға күп тә үтмәҫтән Мәскәүҙәге беҙ йәшәгән йортҡа бомба эләкте. Беҙ өй кәрәк - яраҡтарының бер өлөшөн ҡалдырып, күсенеп китергә мәжбүр булдыҡ, сөнки тиҙҙән ҡайтырыбыҙға ышана инек. Эвакуация беҙҙе беҙҙең ғаилә сыҡҡан Россияның мөйөшөнә - Башҡортостанға, Урал тауҙарының көнсығыш һыртына, Лениград менән Себер араһындағы яртылыҡ юлға, алып килде. Власть өсөн ышанысһыҙ һаналған күп кенә кешеләр бында 1917 йылдан уҡ һөргөнгә һөрөлгәндәр, белеүемсә, хәҙергәсә Башҡортостанда һәм Өфөлә власть тарафынан революциянан һуң, 1917 йылда Мәскәүҙән һәм Ленинградтан ҡыуылған бик күп байҙар йәшәй ине.

... мин хәҙергәсә, беҙ ике йыл йәшәп киткән, бәләкәй генә башҡорт ауылын хәтерләйем, - хәтерләүемсә ул /Чишуна?/ тип атала ине. Беҙ бәләкәй генә өйҙә өс ғаилә менән йәшәнек. Булған ваҡиғалар хәҙер инде хәтерҙә бик тиҙ һәм әҙләп кенә томараланып ҡала: беҙ йәшел күлдең уртаһынан йөҙәбеҙ, илау, атыш. Мин шулай уҡ ике урыҫ ҡартын бик асыҡ хәтерләйем, улар беҙҙең, биш кешенән торған ғаилә менән, бер бүлмәлә йәшәнеләр. Мин "урыҫтар" тимен, ниндәйҙер кимәлдә был һүҙҙе айырып әйткәнмен икән, бының менән мин беҙҙең ғаилә тулы мәғәнәһендә урыҫ ғаиләһе тип һанамауымды әйтмәксемен. Минең әсәйем бик матур боронғо Ҡаҙан ҡалаһында тыуған. Беҙ мосолмандар. Атайым Башҡортостан республикаһының башҡалаһы - Өфө эргәһендәге бәләкәй генә ауылда тыуған. Шулай итеп ике яҡтан беҙҙең туғандар татарҙар һәм башҡорттар. Россияның ете быуат буйы бер ҡасан еңелеү белмәгән көслө һәм бөйөк башҡорт яугирҙәре расаһын бирелергә мәжбүр итеүенә ике быуат ваҡыт үтеп китте. Урал далаларында йәшәүсе башҡорттар бер ваҡытта ла үҙҙәренең, Азиянан алып Нева ярҙарына тиклем ҡурҡытып торған, ажғыр һәм ауыҙлыҡланмаҫлыҡ, холоҡтарын юғалтманылар."

Үҙенең ғаиләһенең милли составы тураһында яҙып ҡалдырыуына ҡарамаҫтан Рудольф Нуреевты татарҙар тик татар милләтле генә болеро тип иғлан итеүҙән тартынмайҙар. Әгәр ҙә Рудольф ул турала үҙенең автобиографияһында иҫкә алмаһа хәҙер ниндәй ситуация булыры көн кеүек асыҡ. Тағы ла бында шуныһы аптырата - татарҙар үҙҙәрен мосолман һанайҙар. Ә мосолмандарҙа милләт атай буйынса һанала. Шунан татарҙар мосолмандармы, әллә йәһүд-ашкенАзилармы, тип тә уйлап ҡуямын. Әгәр башҡорттарҙың борондан милли фамилияһы булып, Рудольфтың атаһы башҡорт фамилияһы йөрөтһә, мәҫәлән, - Нурыйбаш, Рудольф та Рудольф Хәмит улы Нурыйбаш булыр ине. Ул үҙе лә һәм бүтәндәр ҙә уның ниндәй милләттән булыуын яҡшы белер, һәм уның ниндәй милләттән булыуы тураһында һорау урынһыҙ булыр ине;

- Шундай уҡ хәл билдәле башҡорт тау промышленнигы, Санкт-Питербург Тау академияһына нигеҙ һалыусы, Исмәғил Тасимов менән. Татарҙар уны ғына түгел, бөтә ғәйнә башҡорттарын "приватизацияларға" әҙер торалар. Уларҙы ғына түгел, Шакирйән Мөхәмәтйәнов, Шәйхзада Бабич, Мостай Кәрим, генерал Шайморатов ("Ат уйнатып алдан бара Шайморатбаш генерал" тип йырлап йөрөгән булһаҡ хәҙерге ваҡытта, насар булыр инеме?) ... хатта ки Салауат Юлаевҡа ҡул һуҙалар. 2010 йылғы Параолимпия чемпионы башҡорт егете Ирек Зариповты, - ул татар егете, - тип һөйләп маташтылар. Билдәле бәндәбикә Фәүзиә Байрамова бөтә донъяға Силәбе өлкәһендәге, һәм 1934 йылға тиклем Башҡортостан составына ингән Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарын 1956 йылда радиация менән ағыулауҙарын "Урал татарҙарын ағыуланылар", - тип яр һала. Төрөктәр беҙҙе, үҙҙәренә мәшәҡәттәр тыуҙырыусы ҡорттар менән бутамаҫ өсөн, "Урал төрөктәре" тип атайҙар. Зәки Вәлиди үҙ заманында : "Беҙ ҡыҙылдар ҙа түгел, аҡтар ҙа түгел, - беҙ башҡорттар", - тигәненә, - "татар ҙа, төрөк тә түгел", - тип өҫтәр инем;

- Башҡорттарға ҙур фәнни асыштар яһап, донъя тарихында әлегә эҙҙәр ҡалдырырға мөмкинлек булманы. Уларға фән менән шөғөлләнеү урынына Рәсәйҙең бөтә һуғыштарында ҡатнашырға, ә һуғыштар араһында Рәсәй эсендә үҙенең миллилиген, башҡортлоғон һаҡлау өсөн көрәшергә тура килде. Шуның өсөн дә башҡорттоң бөтә тарихы - һуғыш һәм көрәш. Тик ... урыҫ дәүләтен һаҡлап көрәшкәндә биргән ҡорбандар милли йөҙһөҙ, бер кемгә лә билдәһеҙ булып ҡалды һәм ҡала;

Ленинградта, хәрби училеще ла уҡығанда һәм ҡала ситендә тактик күнекмәләр үткәргәндә, бер нисә туғандар ҡәберлеген күрергә тура килде. Унда мосолман төрки фамилиялары бар ине, иҫләүемсә, -Ибраһимов, Әхмәтов. Шул ваҡытта беҙҙең төркөмдә уҡыған кесе сержант, Мәскәү украины, Григорий Рябчук минән, - "Бармы был теҙмә лә башҡорттар?", - тип һорап ҡуйҙы. "Әйтә алмайым." - тип кенә яуап бирергә тура килде. "Ә беҙҙең хохолдар бар," - тине ул "-ко" һәм "-чук"ҡа бөткән фамилияларға төртөп күрһәтеп. Ысынын әйткәндә, ул ваҡытта үҙемде икенсе сортлы милләт кешеһе итеп тойҙом. Шунан бирле башҡорт милли фамилиялары тураһында уй баштан сыҡҡаны булманы;

- Россияла, Советтар Союзындағы кеүек, яҡынса ун йыл һайын халыҡ һанын алыу бара. Шул йәниҫәп башланыр алдынан бер нисә йыл элек башҡорт менән татар зыялылары бер береһен ғәйепләп "оло ағайға", яҡлау һорап, мөрөжәғәт итә башлайҙар. Бында татар зыялылары килештерәләр илауҙа, күҙ йәше түгеүҙә бер береһе менән ярышып. Мин аңламайым, нисек инде 6 миллионлы татар "аллигаторын" 1 миллион ярымлы башҡорт "суртаны" йотоуы мөмкин? Ә бит урыҫ мәҡәле буйынса суртан, үҙенең ҡайҙа икәнен онотоп, йоҡлап киткән карась менән туҡлана. Урыҫ менән украиндарҙың мөнәсәбәттәре татар менән башҡорт мөнәсәбәтенә оҡшаш. Тик урыҫтарҙың украиндарҙы рәсми рәүештә оятһыҙлыҡ сигенә төшөп кәмһеткәндәрен күргәнем, ишеткәнем юҡ. Икенсенән, башҡорттарҙа, диалекттарҙың үҙенсәлектәре арҡаһында, төньяҡ - көнбайыш башҡорттары проблемаһы бар. Форумсылар әйтеүенсә, әгәр ҙә власҡа Башҡортостанға президент йәһүд килһә, халыҡтың ниндәйҙер өлөшө йәһүд булып яҙылыр ине, - тиҙәр. Был дөрөҫлөккә яҡын тороусы әсе шаярыу тип аңлайым. Былай, бер беребеҙгә әсе ғәйепләүҙәр тағып, һуңынан, бер нимә лә булмағандай, "беҙ туғандаш халыҡтар", - тип кеҫә эсендә кукиш күрһәтеп йөрөү күпме дауам итергә тейеш?

- Башҡорттар үҙҙәренең фамилияларын булдырып милләт булып тупланһын. Был төньяҡ - көнбайыш башҡорттарын да туплауға ныҡ ярҙам итер ине. Парадокс килеп сыға, урыҫ телендә һөйләшкән башҡорттарҙы беҙ башҡортҡа һанайбыҙ, ә үҙенең диалектында һөйләшкәндәрҙән көләбеҙ. Улар башҡорт һаналһын өсөн бөтәһе лә урыҫ теленә күсһенме? ТЕЛЕНӘ ҠАРАП БАШҠОРТ БАШҠОРТТАН КӨЛГӘН АЛАМА ҒӘҘӘТТӘН АРЫНЫРҒА КӘРӘК!!! Сөнки башҡорт хәҙер төньяҡ - көнбайыш диалектында ғына түгел, әллә ниндәй телдәрҙә (әлегә - тик урыҫ һәм үҙенең диалектарында) һәйләшә башламаҫ тип кем гарантия бирә ала?

- Башҡорт фамилияһын булдырыу башҡорттоң ҡайҙа, ниндәй вазифа биләп тороуын асыҡ күрһәтәсәк, һәм "башҡорттар бөтә урында ла тик етәксе вазифаларын биләп торалар”, -кеүек уйҙырмалар килеп сығыуын фаш итеү еңелерәк буласаҡ;

- Башҡорттар милли фамилиялар проблемаһы буйынса йоҡлаған ваҡытта, татар милләте эсендә яйлап ҡына фекер тупланыла. Мәҫәлән, "йән" һүҙен ҡушып яһалған тәрки исем - фамилияларҙың урыҫ транскрипцияһында түбәндәгесә: Галимьян, Галимъянов, Нигаметьян, Нигаметьянов тип яҙылыуына башҡорттар өйрәнеп бөткән. Тик татар туғандарҙан күп тапҡыр: "татар исем - фамилиялары Галимзян, Галимзянов, Галимзянович, Нигаметьзян, Нигаметьзянов, Нигаметзянович тип яҙыла", - тигәндәрен ишеткәнем бар. Ә МДУ ла Медведев студенттар менән осрашҡанда буласаҡ журнашлюханың "-лин"-лы "татар" фамилиялары тураһында ауыҙ асып һөйләп тороуын хәтерләйһегеҙҙер (был видеосюжет блогта бар, табыуы ҡыйын түгел). Үҙ ҡолағым менән ишеткәнем бар, улай тип уйлаусы һәм һөйләүсе татарҙар күп. Теләһәң ила, теләһәң тәгәрәп ятып көл;

- Татарстандың Закондар сығарыу Йыйылышы ла йоҡламай. Ул Башҡортостандан һуңлап (2008 йылда) Ғаилә кодексын ҡабул итеүгә ҡарамаҫтан, 2009 йылдың 13 ғинурында уны тултырып, үҙгәрештәр индереп тә ҡуйҙы. Ата – әсәнең фамилияһы бер төрлө булмаһа, үҙгәрештәр буйынса, балаға фамилияны атаһы йәки әсәһе яғынан олатаһының исеменән милли йолаларҙы иҫәпкә алып яһарға мөмкин. Мәҫәлән, Исхаҡ исемле олатай исеменән Исхаҡи тигән фамилия яһарға мөмкин. Тик бында үҙенә күрә парадокс: былай эшләр эсен, әйтеүемсә, ата – әсәһенең фамилияһы төрлө булырға тейеш.

- Милли фамилия йөрөтөү ул конкрет шәхестең холоҡ-фигелен ныҡ итеп үҙгәртәсәк. Иғтибар иткәнегеҙ бармы, милли фамилия йөрөтөүселәр уҫал һәм тәүәккәл була. Тормошта илдәрҙең, милләттәрҙең конкуренцияһы бара. Был конкуренция милләттән уларҙың вәкилдәренә күсә. Йәмғиәт алдында элекке "фамилия- маскировка"һыҙ ҡалған кеше уңышлы булырға тырышып шәхси эгоизм менән бергә, теләһә лә - теләмәһә лә, милли эгоизмға эйә булырға тырышасаҡ. Ә нимә һуң милли эгоизм? Минең аңлауымса, милли эгоизм ул үҙ милләтеңде яратыу, уны үҙеңдең ҡулыңдан килгән алымдар менән яҡшыртыу тойғоһо тыуҙырыусы мотивацион рух, теләк. Ә башҡорт кешеһенең холҡонда милли эгоизм хәҙерге ваҡытта юҡ кимәлендә. Милли эгоизмы булмаған кеше бүтән милләттәрҙең ыңғай сифаттарын дөрөҫ баһалай алмай. Кеше эштә лә, өйҙә лә, ҡырҙа ла беренсе сиратта үҙен түгел, ә милләтен күрһәтә. Ситтәр, әгәр ҙә башҡорт Айрат үҙенең эшен яҡшы итеп башҡарһа, беренсе сиратта -"Бына башҡорт, афарин!" тип әйтәсәк, ә "Айрат афарин" тип түгел. Сөнки кешене беренсе сиратта, ни өсөндөр, шәхестең милләте ҡыҙыҡһындыра. Тик шул уҡ Айрат эш боҙһа, "Бына, башҡорт эш боҙҙо", - тип әйтәсәктәр. Шуға ла милли фамилиялы кеше, прожектор яҡтыһында сәхнәлә бер ниндәй шаршауһыҙ уйнаған артист һымаҡ, ижад итергә, эшләргә, дөйөм әйткәндә - йәшәргә мәжбүр буласаҡ;

- Элек башҡорттоң күп нәмәһе булмаған. Мәҫәлән, ул мосолман динле булмаған. Кәрәге килеп еткәс башҡорттар уны ҡабул иткән, сөнки шул динде индереүселәрҙән әлегә үҙҙәренә билдәле булмаған мәғлүмәттәр алғандар, бүтән, диндәш, милләттәр менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен урынлаштырғандар. Хәҙерге башҡорт арҡаһы менән тоя, 1 миллиард ярымлыҡ мосолмандарҙың бер өлөшө икәнен. Ә заман яңы талаптар ҡуя. Күптән инде башҡорт фамилияһы ҡабул итергә ваҡыт. Ә тарих яҙылыуын дауам итә. Уны киләсәк өсөн цемент, - башҡорт фамилиялары менән, нығытып яҙып барырға кәрәк. Бөгөн башҡорт фамилияһын булдырһаҡ, был ваҡиға инде иртәгә тарихҡа әүереләсәк;

- Милләтте һаҡлау буйынса хәҙер тел менән бер рәттән алға фамилиялар сыға. Был милли идентификацияның ышаныслы ысулдарының береһе. Милли фамилияларҙың әһәмиәте йыл һайын арта ғына барасаҡ. Кеше телен юғалтҡанда ла, фамилияһы уны милләте менән бәйләп торасаҡ. "Гугл"ға һорау бирегеҙ: "Билдәле әрмәндәр", - тип. Бик күп яуаптар киләсәк улар тураһында. Ҡайҙа ғына таралмаған улар, - Европанан алып Латин Америкаһына тиклем. Күптәре телдәрен онотҡандар, тик фамилиялары "ян"ға бөтә һәм улар үҙҙәренең Әрмәнстанына, әрмәндәргә дан килтереп кенә түгел, ярҙам итеп йәшәй. Мәҫәлән, АҠШ-та әрмән диаспораһы бик көслө. Әрмәндәрҙең милли фамилия алыу эше бик етеҙ үтте : 20-се быуат башында ғына улар милли фамилия булдырҙы. Ни бары бер быуат үтте, ә әрмәндең фамилияһын бөтә донъя таный;

- Ғалимдар ошо йөҙйыллыҡта тәбиғәт, климат үҙгәреү арҡаһында миграция процесстары көсәйәсәк тип күҙаллай. Был Башҡортостанды урап үтер тип уйларға ярамай, бәлки, киреһенсә, Башҡортостанда бигерәк көслө булыр. Дөрөҫөн әйткәндә, миграция ялҡыны беҙҙе хәҙер үк ныҡ итеп өтөп алып бара. Милли фамилия шул миграция ялҡынына ҡаршы халыҡҡа тупланырға ярҙамға киләсәк.

II. "БАШ" ҺҮҘЕНЕҢ МӨҺИМЛЕГЕ.
Халыҡтарҙың нисек барлыҡҡа килеүен һәр ғалим үҙенсә аңлата. Мәҫәлән, шағир Николай Гумилев һәм шағирә Анна Ахматованың улы Лев Николаевич Гумилевтың (01.10.1912 й. - 15.06.1992 й.) хеҙмәттәре менән танышырға була. Л.Н.Гумилев махсус белемдәре булмағандарға популяр, ябай тел менән бирелгән лекциялар курсын ("Бөтөү һәм яңынан башланыу", - беренсе тапҡыр "Тарихи периодта этностың биографияһы" исеме аҫтында баҫып сығарыла) яҙған. Был лекциялар менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға була (http://gumilevica.kulichki.net/EAB/index.html). Уның дәлилдәре менән ризалашырға йәки ризалашмаҫҡа мөмкин. Мин үҙем уның милләт ғүмерен кеше ғүмере менән сағыштырып яҙыуын бик отошло форма тип уйлайым. Ниндәй халыҡ ҡайҙан, ҡасан, нисек барлыҡҡа килгән, ниндәй исемдәр менән йәшәгән, Хоҙайҙан башҡа берәү, аныҡ белмәй. Ә Ҡөрьәндә Хоҙай (49-сы сүрә, 13-сө аят) былай ти: "Эй һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән ҡатындан барлыҡҡа килтерҙек. Бер-берегеҙҙе белер өсөн һеҙҙе халыҡтар һәм ҡәбиләләр яһаныҡ. Арағыҙҙан Алла ҡаршыһында иң хөрмәтле - иң тәҡүәллегеҙ. Алла, ысынлап та белә, хәбәрҙар!"

Билдәле булыуынса ғалимдар араһында “Башҡорт” һүҙенең килеп сығыуы тураһында 30-ға яҡын фараз бар. Минең фараз да шулар араһында барҙыр, тимен. Башҡорт халҡының формалашыуы тураһында йыш уйландым һәм уның барлыҡҡа килеүендә, формалашыуында "башҡорт" һүҙенең килеп сығыуы, һәм уның "баш"ы төп роль уйнағандыр тип уйлайым.

Был тарихи процесты нисек күҙаллайым? Боронғо халыҡ вәкилдәре, белеүебеҙсә, ҡыҫҡа ғүмерле булған, шуға ла халыҡ һаны ныҡ һәм тиҙ арта алмаған. Кешеләр ҙур-ҙур территорияларҙа һибелеп, таралышып йәшәгән һәм ябай берләшмәләргә - ҡәбиләләргә тупланғандар.

Кеше һаны һәм территорияла уларҙың концентрацияһы артҡас ҡәбиләләр менән идара итеү мохтажлығы тыуған. Идара итеү нимәгә барып ҡала инде - башҡарыласаҡ эштәрҙе бүлешеп алыу, кешеләрҙе эштәрҙе башҡарыуҙа махсуслаштырыу. Бында инде ниндәйҙер иерархия барлыҡҡа килә. Килеп тыуған проблемаларҙы сисеү, эштәрҙе башҡарыу өсөн даими рәүештә йыйылып, һөйләшеп килешеп тороу ихтияжы бар. Ваҡыттар үткәс был йыйылышып кәңәшләшеүҙәрҙе, килешеүҙәрҙе "ҡорға йыйылыу", ә һуңғараҡ "ҡор" ти кенә атай башлағандар. Ә "ҡор" һүҙенең тарихы ла бик тәрәндәлер тигән уйҙамын. Башҡорт теленең һүҙлегендә "ҡор" һүҙенә бына ниндәй миҫалдар һәм аңлатмалар бар:

-"ҡор" - тауыҡтар отрядына ҡараған эре ҡыр ҡошо, ҡыр тауығы, ҡор көтөүе, ҡор уйыны. Шул ҡоштарға оҡшатып кешеләр үҙҙәренең йыйылыуҙарын ҡор ҡоштары йыйылыу менән сағыштырып һуңынан "ҡорға йыйылыу", "ҡор" тип кенә атай башлағандыр. Боронғо халыҡтар бөтәһе лә, шул иҫәптән башҡорт та, тәбиғәт балаһы булған бит. Тәбиғәтте өйрәнгән, унан өлгө алған. Тәбиғәт боронғо халыҡтар өсөн төп уҡытыусы ла һәм имтихансы ла булған.

Тағы ла "ҡор" ижеге ингән бүтән һүҙҙәргә иғтибар итәйек:

- "ҡор" - түңәрәкләп ултырған кешеләр төркөмө, бер берәмеккә ойошҡан халыҡ,

- "ҡораҡ" - аралашып, серләшеп йәшәгән бер йәштәге бер быуын кешеләре,

- "ҡораҡташ" - бер ҡораҡ кешеләре (бер-береһенә ҡарата); замандаш, йәштәш.

- "ҡорал" - нимәнелер тормошҡа ашырыу, нимәгәлер ирешеү сараһы,

- "ҡоралдаш",

- "ҡорал-ҡорамал",

- "ҡорама",

- "ҡорау",

- "ҡорма",

- "ҡороу",

- "ҡороулы",

- "ҡорһаҡ",

- "ҡоршау"

Ҡыҫҡаса әйткәндә түбәндәгесә килеп сыға: "Борондан ҡорланып, ҡоралланып, ҡорамалар ҡороп, ҡорһаҡты ҡоротмай, ҡоралайҙан ҡорбандар биреп ҡорҙаштар йәшәгән". Аңлауығыҙса, "ҡор" һәм унан барлыҡҡа килгән һүҙҙәр элекке төрки ҡәбиләләрҙә ҙур урын алып торған.

Тормош яйлап алға тәгәрәгән. Ҡәбилә һәр ваҡыт ҡорға йыйылып тора алмаған. Һәм ҡор, көндәлек эштәрҙе алып барыу өсөн, ҡорҙоң етәксеһен, ҡорбашын һайлап ҡуя башлаған. Был һүҙ хәҙергә тиклем килеп еткән һәм, мәҫәлән, урыҫ телендә "курбаши" тип атала.

Күп йылдар, быуаттар үтеү менән элек бер үк шөғөл менән шөғөлләнгән, бер үк телдә һөйләшкән ҡәбиләләр бер-береһенән шөғөлдәре, телдәре менән айырыла башлаған. Ҡайһы бер проблемалар буйынса ҡәбилә-ара ҡаршылыҡтар ҙа тыуа башлаған тип ышаныс менән әйтеп була.

Был ҡаршылыҡтарҙы сисеп ҡәбиләләрҙең бер - береһенә зыян килтермәй, тарҡалмай, ярҙам итеп, кәрәкле саҡта яҡлашып йәшәү өсөн ҡәбиләләрҙең ҡорбаштары үҙҙәре өсөн тағы ла бер, юғарыраҡ торған ҡор йыйып, тормоштарын дауам иттергәндер. Шулай итеп ҡорбаштары үҙҙәре өсөн ҡор йыйған тигән фекерҙәмен. Ҡорбаштарының ҡорон ҡәбиләләрҙең ҡорҙарынан айырым рәүештә ҡор тип түгел, ә "баш ҡор" йәки "башҡор" ("төп ҡор" мәғәнәһендә) тип атауҙары бик мөмкин һәм шулай булғандыр тип фаразлайым.

Башҡорҙоң башлығы нисек аталғандыр? Бәлки "башҡорбашы" типтер? Башҡорҙо етәкләүсене "башҡор" тип ҡыҫҡартып атай башлауҙарына аптырамаҫҡа мөмкин. Башҡор һәм уның етәксеһе ("башҡорбашы") үткәргән сәйәсәтте яҡлаусыларҙы һәм тормошҡа үткәреүселәрҙе "башҡорлар" тип атаһалар ваҡыт үтеү менән яңғырашын үҙгәртеп "башҡорттар"ға әйләнгәндер. 1922 йылда әҙәби телгә күскәнгә тиклем ҡайһы бер башҡорт ырыуҙары күплек ялғауы итеп "тар" урынына "лар"-ҙы ҡулланған кеүек.

"Баш" һүҙе үҙе үк бер сихри көскә эйә. Беренсенән, баш кешенең кәүҙәһе менән генә түгел, бөтә тормош ағышы менән идара итә. Бөтә идара итеүсе етәкселәр "башлыҡ" тигән вазифа биләй.

"Баш" һүҙе бик яңғырауыҡлы әйтелә һәм ишетелә. Шуға ла "баш" һүҙе ҡушып яһалған һүҙҙәрҙе лә танымаҫлыҡ итеп боҙоу мөмкин түгел: "башҡорт" - "башгирд" - "башкир" - "башкурд" тип әйтһәләр ҙә һүҙҙәрҙең тамырында "башҡор" һүҙе ятыуы асыҡ күҙаллана.

"Башҡорт" исемле хан булған һәм башкорттар уның тирәләй тупланып башҡорт халҡы булып киткән тигән фараз да бар. Ул исем дә буштан - бушҡа килеп сыҡмағандыр, ул хан башҡор башлығы булғандыр, һәм "Башҡорт" уның ата-әсәһе биргән исем түгел, ә һуңынан, замандаштары тарафынан бирелгән, "Башҡор" атамаһы булыуы ла мөмкин.

Бик уңайлы алынған алынған милләт исеме башҡорттоң милләт булып ойошоуында, уның милли характеры барлыҡҡа килеүендә төп роль уйнағандыр. Урыҫтар әйтеүенсә, карапты нисек атаһаң, ул шулай йөҙөр.

Милләт исемен аҡлар өсөн башҡорттар артта ҡалмаҫҡа, башлап йөрөргә тырышҡандар. Был, мәҫәлән, Рәсәй, СССР, РФ ҡатнашҡан бөтә һуғыштарға ла атлығып тороуында асыҡ күренә. Был атлығып тороуҙар файҙаһынан күберәк зыян килтерҙе милләткә.

 


Просмотров 160

Эта страница нарушает авторские права

allrefrs.ru - 2020 год. Все права принадлежат их авторам!